ЙӘМҒИӘТ
28 Ғинуар 2022, 09:35

Сүплектә табылған сабый тураһында тулыраҡ мәлүмәт билдәле булды

-

Сүплектә табылған сабый тураһында тулыраҡ мәлүмәт билдәле булдыСүплектә табылған сабый тураһында тулыраҡ мәлүмәт билдәле булды
Сүплектә табылған сабый тураһында тулыраҡ мәлүмәт билдәле булды

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 26 йәшлек яңғыҙ әсә йөклө булыуын йәшереп йөрөгән. Йәнәһе, ул сабыйын эш урынында – ҡошсолоҡ фермаһында тапҡан, бинала бер кем дә булмаған.

Бында ла ул бала тапҡанын йәшергән. Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ул малайҙың үле тыуғанын раҫлай. Ләкин сабыйҙың үлем сәбәбен суд-медицина экспертизаһы ғына асыҡларға тейеш.

«Ғәйепләнеүсе улын полиэтилен пакетҡа һалып, ҡошсолоҡ фермаһындағы сүп-сар контейнерына ташлаған. Һуңынан махсус машина килеп, бакты бушатҡан да сүп-сар эшкәртеү комплексына киткән. Бында эшләүселәр ҡурҡыныс ҡот осҡос табышҡа юлыҡҡан», - тип хәбәр итте әңгәмәсе.

 

Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар

Автор:
Читайте нас