Уға ярашлы үҙизоляцияла булған кешеләргә күп яҡлы ярҙам күрһәтелә. Өлкән йәштәге граждандар, аҙ тәьмин ителгән күп бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә ҡаралған ярҙам менән файҙаланыу өсөн ҡыҙыу бәйләнеш телефоны аша заявҡа ҡалдырыу ҙа етә. Хәйриә проектына сәхнә артистары ла ҡушылды.
Йырсы Рәдиф Зәрипов колл-үҙәктә шылтыратыуҙар ҡабул итеп, өлкән йәштәге граждандарға аҙыҡ-түлек еткерҙе. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Коронавирус менән бәйле һорауҙар буйынса мәғлүмәт тупларға колл-үҙәккә шылтыратыусылар менән операторҙарҙан тыш, сәхнә оҫталары ла аралаша. «Беҙҙең хәстәрлек» хәйриә проектына билдәле йырсы, композитор Рәдиф Зарипов та ҡушылды. Ул ҡыҙыу бәйләнеш телефон һандарына шылтыратыусыларҙың адрестарын яҙып алып, ярҙамға мохтаж ханымдарҙың өйҙәренә юлланды. Йырсы өлкән йәштәгеләргә аҙыҡ-түлек еткерҙе.
Ике йыл элек ойошторолған «Беҙҙең хәстәрлек» хәйриә проекты ирекмәндәре меңәрләгән кешегә ярҙам иткән. Улар пандемия осоронда оло йәштәге йәки яңғыҙ ҡалған, ауыр тормош хәленә тарыған кешеләргә аҙыҡ-түлек, дарыуҙар килтерә, телефон аша мәғлүмәти ярҙам күрһәтә.
Республиканың барлыҡ район-ҡалаларында ойошторолған колл-үҙәктәргә 200 меңдән ашыу шылтыратыу килгән. Мөрәжәғәт итеүселәргә күп яҡлы ярҙам күрһәтеүсе белгестәр вирус таралыуға бәйле ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, һәр заявкаға оло яуаплылыҡ менән ҡарай.
Колл-үҙәккә шылтыратыусылар «Беҙҙең хәстәрлек» операторҙарын психолог булараҡ та ҡабул итә, сөнки хеҙмәткәрҙәр һәр кемдең хәленә инергә тырышып ихлас күңелдән ярҙам күрһәтә. Көн һайын һәр ирекмән йөҙләгән шылтыратыу ҡабул итеп ярҙамға мохтаждарҙың көнкүрешен еңеләйтә.
Флорида Ким