

Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылы һәм Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫы йылы сиктәрендә Йәнтеш ауылы мәҙәниәт йортонда ир-егеттәр өсөн арҡан ишеү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолдо.
Арҡан ишеү өсөн ҡорамалды оҫта ҡуллы Нурислам Ниғәмәт улы Моталов үҙе уйлап эшләгән. Һәр кем унда эшләп ҡараны. Уның ярҙамында арҡандар бик тиҙ генә үрелде.
15 минутта бер арҡан әҙер ҙә! Ауыл ерендә көнкүрештә бик кәрәкле булған әйбер!
Йәнтеш мәҙәниәт йорто.