

Өфөлә урам һепереүсе үҙенең тормошо хаҡында һөйләне.
Гөлсирәнең 3×6 метрлыҡ бүлмәһе Дан бульварындағы ятаҡтың подвалында урынлашҡан. Документтар буйынса ул йәшәргә яраҡһыҙ. Ул Кушнаренко районындағы ағаһында пропискала тора, ә 13 йыл инде бында йәшәй.
Бер нисә фатирға бер генә бәҙрәф. Уныһы ла коридорҙың икенсе осонда.
Гөлсирәгә ике тапҡыр башҡа торлаҡ тәҡдим иткәндәр. Әммә тәүге осраҡта фатирҙың 287 мең һумлыҡ бурысы булған. Башта борсомайҙар, ә аҙаҡ ошонда йәшәгән хужанан аҡса талап итә башлайҙар, тигән изге кешеләр. Икенсе фатир иһә Блюхер урамында. Ләкин уның хужаһы бар, берәүһе ауылда йәшәй, икенсеһе төрмәлә ултыра.
Һәр ваҡыт ауыр эштә йөрөгәнлектән, ул артроздан яфалана. Конгресс-холл янында эшләгәндә тайып йығылып, янбашына операция кисергән.
Үҙ хоҡуҡтары өсөн көрәштә хеҙмәткәрҙәр берләшеп, «Алданған дворяндар» хәрәкәтен ойошторған. Гөлсирә – уның әүҙем ағзаларының береһе.
«Окладты арттырыуға өлгәштек. Өс йортто хеҙмәтләндергән өсөн өс ай инде 29 мең һум алам. Быға тиклем эш хаҡы бөтә өҫтәмәләр менән 17 мең тирәһе ине», - ти ул.
– Зарланһаҡ, төшкө аш өсөн ваҡыт һораһаҡ, өҫтәмә эш өсөн өҫтәмә түләү менән ҡыҙыҡһынһаҡ: «Оҡшамай икән, эштән китегеҙ», - тиҙәр. Әммә был осраҡта бүлмәне бушатырға кәрәк, ә минең башҡа барыр урыным юҡ.
Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар