

Бөгөн илебеҙҙә Студенттар көнө билдәләнә. Был байрамдың үҙ тарихы бар. 1755 йылдың 25 ғинуарында – Изге Татьяна көнөндә, батшабикә Елизавета Петровна тарафынан илебеҙҙең беренсе ҙур уҡыу йорто – Мәскәү дәүләт университетына нигеҙ һалына. Ошо көндән алып студенттар уны үҙенең байрамы тип иҫәпләй башлай.
Студент йылдары – кешенең романтика менән һуғарылған ҡабатланмаҫ йәшлек осоро ғына түгел, ә үҙаллы тормош һабаҡтары туплау мәле лә. Бөгөн республикабыҙҙа юғары белемле белгестәрҙе ун вуз әҙерләй. Уларҙың һигеҙе дәүләт һәм икәүһе дәүләткә ҡарамаған учреждение, шулай уҡ вуздарҙың 17 филиалы бар. Быйылғы уҡыу йылында 95,7 мең студент белем ала (былтырғы менән сағыштырғанда 1,6 процентҡа кәмерәк). Уларҙың 3187-һе яҡын сит илдәрҙән (Тажикстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан һ.б) һәм 2150-һе икенсе илдәрҙән (башлыса Азия һәм Африка илдәре) килгән.
Иң популяр йүнәлештәр булып элеккесә иҡтисад, юриспруденция, мәғлүмәт технологиялары, энергетика тармаҡтары ҡала. Әйткәндәй, студенттарҙың 51 проценты – ҡыҙҙар һәм 49 проценты – егеттәр. Былтыр конкурс бер урынға уртаса 6,7 ғариза тәшкил иткән, бюджет урындарына – 8,6.
“Башҡортостан” гәзите икенсе йыл рәттән Студенттар көнө алдынан социаль селтәрҙәге төркөмөндә “Иң яҡшы студент” тип аталған бәйге ойоштора. Быйыл да унда республикабыҙҙың төрлө уҡыу йорттарынан 14 иң аҡыллы, иң ижади, иң һәләтле студент көс һынашты. Көсөргәнешле бәйгелә тәүге өс урынды яулаған өс кеше асыҡланды. Бөгөн һеҙҙе улар менән таныштырып китмәксебеҙ.
Беренсе урынды Өфө дәүләт авиация техник университетының беренсе курсында уҡыған Инсаф Әһлиуллин яуланы. Бәләкәйҙән тырыш, ныҡышмал егет, үҫә төшкәс, иҡтисад, эшҡыуарлыҡ менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башлай. Өфө ҡалаһының 21-се лицейын тик “бишле” билдәләренә генә тамамлап, һис икеләнмәй “иҡтисад хәүефеҙлеге” йүнәлешен һайларға ҡарар итә.
Ҡала егете булһа ла, Инсаф ауылда нығына. Ағаһының тракторына ултырып, ялан-ҡырҙарға бесән йыйырға йөрөй башлағанда уға ни бары 14 йәш була. Тәүге хеҙмәт хаҡын да ул ана шул тракторы менән эшләй – ауыл халҡына бесәнен дә йыя, һаламын да ташый, утынын да килтерә. Ә бынан бер нисә йыл элек үҙе эшләп тапҡан аҡсаһына ғаилә кәсебе – умартасылыҡ менән шөғөлләнеү маҡсатында бал ҡорттары ла алып ебәргәс, маҡсаттары бермә-бер артҡан. Спорт менән шөғөлләнә, инглиз телендә иркен аралаша. Вуз тормошонда әүҙем ҡатнаша. Яңыраҡ ҡына Халыҡ-ара коррупцияға ҡаршы көрәш көнө уңайынан үткәрелгән конкурста беренсе урын яулаған.
Икенсе урында – Хәйбулла районының Аҡъяр ауылы егете, Башҡорт дәүләт университеты студенты Батырхан Азаматов. Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатын уңышлы тамамлай һәм БДУ-ның физика-техник институтына, “Ер һәм планеталар физикаһы” йүнәлеше буйынса уҡырға инә.
Егет әүҙем рәүештә спорт менән шөғөлләнә: хоккей, волейбол, футбол, туризмды үҙ итә. БДУ йыйылма командаһы составында КВН-да уйнай. Гитарала, өҫтәл уйындары уйнарға, китап уҡырға ярата. Факультеттың профсоюз бюроһында (спорт-ойоштороу ойошмаһы) тора, юғары стипендия ала, вуз сараларында әүҙем ҡатнаша.
Өсөнсө урынға гүзәл ҡыҙ Гөлйемеш Ҡылысова сыҡты. Ул – Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының 2-се курс магистранты. Өфө ҡалаһынан.
Ҡыҙыҡай бәләкәйҙән музыка, йырлау менән ҡыҙыҡһына. Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы балалар музыка мәктәбендә фортепиано класын тамамлай, параллель рәүештә думбыра ҡылдарын сиртергә өйрәнә. Гөлйемеш башҡорт, инглиз, рус телдәрендә йырлай. Республика, Рәсәй, халыҡ-ара конкурстар призеры, дипломанты, лауреаты. “Гәлсәр һандуғас”, “Башҡорт йыры”, “Йәшлек шоу” йыр-моң бәйгеләре финалсыһы.
Уҡыуға килгәндә, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнаша. Университет тормошонда әүҙем. Уҡыу һәм йәмәғәт фәндәре өлкәһендә өлгәшкән уңыштары өсөн Мостай Кәрим исемендәге фонд гранты менән билдәләнә. Тырыш, маҡсатлы, әүҙем ҡыҙ бөгөн Башҡортостан Республикаһы Милли музейының ғилми хеҙмәткәре булып эшләп тә йөрөй.
Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.
https://bashgazet.ru/articles/belem-m-t-rbi/2022-01-25/byna-ular-e-e-sel-r-2666858