

Бөйөк Ватан һуғышы йылдары беҙҙән алыҫайғандан-алыҫая, ә ветерандар аҙайғандан-аҙая бара, әммә уның хаҡында хәтер кешеләрҙең йөрәктәрендә һәм күңелдәрендә мәңге һаҡлана. Ошо хәтерҙе киләһе быуындарға тапшырыу – беҙҙең бурыс.
Былтыр Аҡъярҙа Еңеү һалдатына һәйкәл асылды. Быйыл хәтер мемориалы төҙөү планлаштырыла, унда һуғышта һәләк булған һәм Еңеү менән ҡайтҡан ветерандарыбыҙҙың исемдәре мәңгеләштереләсәк. Мәғлүмәт йыйыу өсөн махсус ойошторолған эшсе төркөм Баймаҡ, Орск, Медногорск һәм башҡа ҡалаларҙың музейҙарына, хәрби комиссариаттарына һәм архивтарына юлланасаҡ. Был яуаплы эшкә ирекмәндәр ҙә йәлеп ителәсәк. Исемлек төҙөгәндә һәр кем ярҙам күрһәтә ала. Бынан тыш, ошо мәғлүмәттәр нигеҙендә Хәйбулла районының Хәтер китабын нәшер итеү күҙаллана.
Исемлектең һәм китаптың эш варианттары менән район хакимиәтенең һәм “Хәйбулла хәбәрәҙре”нең социаль селтәрҙәрендә танышырға мөмкин. Исемлек менән ентекләп танышыуығыҙҙы һәм был исемлектә туғандарығыҙ булмаһа йәки уның тураһында хаталы мәғлүмәт булһа, Хәйбулла тарихи-крайҙы өйрәнеү музейына туғанығыҙҙың һуғышта ҡатнашыуын раҫлаусы документтар менән түбәндәге адрес буйынса мөрәжәғәт итеүегеҙҙе һорайбыҙ:
Адресы: Аҡъяр ауылы, Аҡмулла урамы, 5А.
Телефон: 8(34758)2-19-12.
E-mail: akjar.muzei@yandex.ru.
Эш режимы: көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 5-кә тиклем. Шәмбе, йәкшәмбе – ял көндәре.
Бер кем дә онотолмаған, бер нәмә лә онотолмаған, әйҙәгеҙ, ошо хәтерҙе бергәләп һаҡлайыҡ!