ЙӘМҒИӘТ
24 Ғинуар 2022, 10:05

Бәхет тигәнең һандарға ғына бәйле булһа икән...

Башҡортостанда 332 йәш пар “матур” датала, йәғни 22.02.2022 йылда никахтарын теркәү теләген белдергән

Бәхет тигәнең һандарға ғына бәйле булһа икән...Бәхет тигәнең һандарға ғына бәйле булһа икән...
Бәхет тигәнең һандарға ғына бәйле булһа икән...

22.02.2022 йылда бөтә ЗАГС-тарҙа йәнле буласаҡ.

Республиканан 332 пар был көндө никах теркәргә теләк белдергән. “Матур” датаға тиклем бер ай ваҡыт бар, ә нәҡ шул көндә өйләнешергә теләүселәр бик күп.

Йәш парҙар никахҡа инеү өсөн үҙенсәлекле дата эҙләй. 2022 йылда ул 22 февраль –22.02.2022.

Шуныһы ҡыҙыҡ,  интернет селтәрендә ошо көндөң никах теркәүгә һатылыуы тураһында ла иғландар осрай икән. Әммә ЗАГС хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә,  никах теркәү көнөн һатып алырға, һатырға йәки башҡа кешеләр өсөн “һаҡлап” торорға ярамай.

Башинформ.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас