

14 декабрь — Башҡорт теле көнө уңайынан Хәйбулла районының йәш ғаиләләре араһында башҡорт шағирҙарының шиғырҙарын башҡорт телендә һөйләү буйынса "Йәнем моңо минең - башҡорт теле" шиғри конкурсына йомғаҡ яһалды һәм тубәндәге еңеүселәр билдәләнде.
"Әсәм теле - башҡорт теле" номинацияһында I урын - Килдебаевтар ғаиләһе (Аҡъяр ауылы)
II урын - Моталовтар ғаиләһе (Йәнтеш ауылы)
III урын - Хөсәйеновтар ғаиләһе (Буребай ҡасабаһы)
"Башҡорт теле - минең телем" номинацияһында махсус приз менэн Сыңғыҙов Нуриман (Баймаҡ ҡалаһы) буләкләнә.
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм артабан да "Нур" йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы ойошторған конкурста әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ!