

Бынан 5-6 йыл элек бурандан һуң урамдар 3-4 көн ҡарҙан таҙартылмай ятһа йәки сифатһыҙ таҙартылһа, Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса һатып алған трактор эште күпкә еңеләйтте,тип хәбәр итә Әбеш ауыл биләмәһе хакимиәте.
Тракторсы Нурислам Күскилдин һәм кәрәк ваҡытта уға ярҙам итеүсе хакимиәт водителе Йыһангир Ҡыҙрасов биләмә ауылдары урамдарын сифатлы итеп ваҡытында таҙарта.
Әйткәндәй, Әбеш ауыл биләмәһе районда әлеге дәүләт программаһында иң әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе