ЙӘМҒИӘТ
19 Ғинуар 2022, 11:12

Үҫмер ни өсөн ғаиләнән китә?

-

Үҫмер ни өсөн ғаиләнән китә?Үҫмер ни өсөн ғаиләнән китә?
Үҫмер ни өсөн ғаиләнән китә?

Рәсәйҙә йыл һайын яҡынса 20 мең самаһы бәлиғ булмаған бала юғала. Уларҙың бары тик өс проценты – енәйәт ҡорбандары, ҡалғандары – үҙ теләге менән ғаиләнән ҡасыусылар. Мәҫәлән, былтырғы йылдың туғыҙ айында Башҡортостанда 166 бала өйөнән киткән. Улар ни өсөн был аҙымды яһай? Бының сәбәптәре нимәлә? Ә бит юғалған һәр балаға бәйле хәл – атай-әсәй, яҡындар һәм туғандар өсөн күңел тетрәнеүе, билдәһеҙлектә үткән сәғәттәр, көндәр, ҡайһы бер осраҡтарҙа хатта айҙар һәм йылдар... Ҡасҡалаҡтарҙы эҙләүгә хоҡуҡ һаҡлау органдары, ирекмәндәр йәлеп ителә, күпме көс, матди сығым сарыф ителә. Әлбиттә, былар барыһы ла, бала ғүмере менән сағыштырғанда, бер ни түгел, шулай ҙа бындай осраҡтар мөмкин тиклем һирәгерәк теркәлһен, булған хәлдә лә һәр береһе имен-һау табылһын, ғаиләһенә әйләнеп ҡайтһын ине.

  

Был аҙымға барыуҙың төп сәбәптәре

 

Үҫмерлек осорона уйламаған ҡылыҡтар, аҙымдар яһау хас. Ғәҙәттә, был йәштә ҡыҙҙар һәм егеттәр тиҫтерҙәренә нығыраҡ ылыға, проблемаларын да уларға һөйләүҙе хуп күрә һәм башлыса дуҫ-иштәрендә аңлау таба, сөнки барыһы ла бер тулҡында йәшәй. Өйҙән китеү – ул үҙенә күрә баш күтәреү, ризаһыҙлыҡ белдереү билдәһе. Үҫмер үҙенең шәхес булыуын танытҡыһы, раҫлағыһы килә, уның фекеренә ҡолаҡ һа­лыуҙарын теләй, шуға күрә атай-әсәйенә, уҡытыусыларына, улар тарафынан булдырылған ҡағиҙә­ләргә һәм талаптарға ҡаршы сыға.

Беҙҙең йәмғиәттә башлыса имен булмаған ғаиләлә йәшәгән балалар өйөнән китә, тигән фекер йәшәй. Быны инҡар итеп булмай, әммә өлгөлө, етеш ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың да бындай аҙымға барыу осраҡтары бихисап. Әгәр ата-әсә бала тәрбиәләүҙә үтә ҡәтғи алымдар ҡулланһа, мәктәптәге насар билдәләр өсөн ныҡ итеп әрләһә, яңылыш, уйламай яһаған ҡылыҡтары өсөн язаға тарттырһа, бала күңелендә уларҙан ҡурҡыу барлыҡҡа килә. Бер көн килеп, сираттағы “икеле” билдәһе алғандан йәки мәктәптә ҡиммәтле кроссовкаһын юғалтҡандан һуң, ошо тойғо арҡаһында өйөнә ҡайтмауы ихтимал.

Балаларҙың ғаиләнән китеүенең тағы бер йыш осраған сәбәбе – атай-әсәй тарафынан аңлау тапмау. Улар улының йәки ҡыҙының шөғөлдәрен хупламай, дуҫтарын йәки ғашиҡ булған егетен (ҡыҙын) өнәмәй. Ошо сәбәпле ғаиләлә даими рәүештә иреш-талаш сыға. Һөҙөмтәлә үҫмер атай-әсәй тарафынан күрһәтелгән ҡыҫырыҡлауҙан, аңламауҙан ҡотолоуҙың берҙән-бер юлын уларҙан китеүҙә күрә. Был балаларҙың өйҙән ҡасыуының иң төп сәбәптәренең береһе һанала. Бала һәр ваҡыт ата-әсәһенең иғтибарына, һөйөүенә, хәстәренә, наҙына мохтаж. Улар тарафынан күрһәтелгән эмоциональ “һаңғыраулыҡ” үҫмер өсөн үҙ йортонан башҡа урында яҡшыраҡ тормош эҙләүгә сәбәп булыуы ихтимал.

Үҫмерҙәр араһында тәүге һөйөү хистәрен кисереп, икәү-ара килешеп, атай-әсәй йортонан киткән ғашиҡтар ҙа осрап тора. Былтыр Рәсәйҙең көнсығыш сигендәге ҡалала йәшәгән 16 йәшлек егет менән социаль селтәр аша танышып, уның янына юлланған 14 йәшлек Өфө ҡыҙын мең саҡрым тирәһе юл үткән еренән тотоп, ғаиләһенә кире ҡайтарғайнылар. Ғашиҡлыҡ осраҡтарында ла үҫмерҙәрҙең өйҙән китеүенә атай-әсәй тарафынан аңлау тапмау, осрашырға рөхсәт итмәү, мөнәсәбәттәрҙе өҙөүҙе талап итеү сәбәп булып тора.

Тағы бер таралған сәбәп – мажара эҙләү. Эйе, ундай балалар ҙа бар. Уларға һәр ваҡыт нимәлер етмәй, күңеле ҡайҙалыр ашҡына. Был осраҡта атай-әсәйгә баланың буш ваҡытын файҙалы, ҡыҙыҡлы итеп ойоштороуға, шөғөлдәрен үҫтереүгә, хыялдарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итергә кәрәк, ти белгестәр.

 

Нимә эшләргә?

 

Балаһының өйҙән сығып китеүе йәки мәлендә ҡайтмауы – һәр ата-әсә өсөн көтөлмәгән, күңелде хәүеф, ҡурҡыу менән солғаған ауыр хәл. Хоҡуҡ һаҡлау органдары белдереүенсә, ҡасҡалаҡтарҙың яҡынса 90 проценты имен-һау табылып, кире ҡайтарыла, күпселеге 48 сәғәт эсендә табыла. Әммә ҡул ҡаушырып ултырырға ярамай!

Баланың бөтә дуҫтарына, таныштарына, шулай уҡ туғандарығыҙға шылтыратығыҙ. Улығыҙҙың йәки ҡыҙығыҙҙың дуҫтарының ғына түгел, уларҙың ата-әсәһенең телефонын белеү ҙә зыян итмәҫ. Социаль селтәрҙәге сәхифәләрен, стористарын ҡарағыҙ. Һуңғы яҙмаларға, статустарға, фотоларға ҡарап, уның ниндәй кәйефтә булыуын, кем менән осрашыуын, ҡайҙа булыуын белергә мөмкин.

Әлбиттә, шунда уҡ полицияға мөрәжәғәт итергә кәрәк, бының өсөн 112 һанын йыйыу ҙа етә. Бала юғалғандан һуң күп ваҡыт үтмәүе, үҙегеҙ менән фотоһы булмау ғариза алыуҙан баш тартыу өсөн сәбәптәр була алмай. Һуңғы йылдарҙа юғалған кешеләрҙе, шул иҫәптән үҫмерҙәрҙе табышыуҙа ирекмәндәр ҙур ярҙам күрһәтә. Мәҫәлән, беҙҙең республикала был йәһәттән “Лиза Алерт. Башҡортостан”, “БР-ҙа юғалған балаларҙы эҙләү” ойошмалары әүҙем эшләй. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: улар күбеһенсә хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә эш итә, шуға күрә эҙләү үҙ һөҙөмтәләрен бирә. 

Балағыҙҙың ҡайҙа булыуын белһәгеҙ, тыныслыҡ һаҡлағыҙ, уға үпкә, әр һүҙҙәре менән ташланмағыҙ. Әгәр ғәйебегеҙ булһа, ғәфү үтенегеҙ. Уға үҙегеҙҙең нимә кисереүегеҙҙе һөйләгеҙ, күңел торошоғоҙ менән уртаҡлашығыҙ, бер үк ваҡытта уның да кисереш-тойғоһо хаҡында һорағыҙ. Әлеге хәлдән һуң күпмелер ваҡыт бала менән психолог эшләп алһа – тағы ла яҡшы, сөнки өйҙән ҡасыу уға ярҙам кәрәклекте аңлата.

Белгестәр әйтеүенсә, бындай һынау аша үткән күпселек ата-әсә шундай һорауҙы бирә: “Был хәл ҡабатланмаһын өсөн нимә эшләргә?” “Үҫмергә тәьҫир итеү – файҙаһыҙ алым. Балағыҙҙы ихлас күңелдән яратығыҙ, нисек бар, шулай ҡабул итегеҙ. Ул ниндәй генә булмаһын – танауын тиштереп, алҡа таҡһынмы, “икеле” алһынмы, ғашиҡ булһынмы – уны яратыуҙарын тойорға тейеш. Тормошта ниндәй генә хәл-ваҡиға булмаһын, ул ғаиләһендә, тыуған йортонда аңлау табасағын белһен, һеҙгә ышанһын”, – ти психологтар.

Проблеманы иҫкәртеү күпкә яҡшыраҡ. Балағыҙ менән әлеге тема тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләшегеҙ, өйҙән ҡасыу ниндәй эҙемтәләргә килтереүе хаҡында миҫалдар ярҙамында аңлатығыҙ. Үҫмер атай-әсәйҙән ҡасып ҡына контролдән һәм күңелен өйкәгән ауыр хәлдән ҡотола алмауын, киреһенсә, был аҙымы менән яңы мәшәҡәттәр тыуҙырыуын һәм уларҙы хәл итеү күпкә ҡатмарлы буласағын аңларға тейеш. Ғаиләгеҙҙә һәр ваҡыт аңлашыу, үҙ-ара ихтирам һәм һөйөү тантана итһен тигән матур теләктә ҡалабыҙ.

 

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА. 

Фото:cism-ms.ru

 

Автор:
Читайте нас