

Ул билдәле шағир Буранбай Исҡужиндың 70 йыллығы уңайынан ойошторола. Был турала беҙҙең радиоға Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы етәксеһе Зилә Мортазина хәбәр итте. “Маҡсатыбыҙ үткер ғәләмле ижадсының исемен мәңгеләштереү”, - ти ул.
Конкурсҡа ҡабул ителгән материалдарҙы танылған яҙыусы Әхмәр Үтәбаев етәкселегендәге белгестәр төркөмө баһалай. “Буранбай Исҡужин студент йылдарында уҡ әҙәбиәт менән шөғөлләнә башланы. Шиғырҙары үтә лә үҙенсәлекле уның”, - ти ижадсы.
Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән социаль селтәрҙә танышырға була.
https://vk.com/bstnews