ЙӘМҒИӘТ
18 Ғинуар 2022, 07:08

Радий Хәбиров христиандар байрамында хәүефһеҙлек тәьмин итергә ҡушты

..

Радий Хәбиров христиандар байрамында хәүефһеҙлек тәьмин итергә ҡуштыРадий Хәбиров христиандар байрамында хәүефһеҙлек тәьмин итергә ҡушты
Радий Хәбиров христиандар байрамында хәүефһеҙлек тәьмин итергә ҡушты

19 ғинуарға ҡарай төндә христиан динен тотоусылар  һалҡын һыуға сума.  Башҡортостанда был йоланы үтәүселәр өсөн йөҙгә яҡын мәке әҙерләнгән. Республика башлығы Радий Хәбиров йола башҡарыу урындарында хәүефһеҙлек сараларын көсәйтергә ҡушты.

 
 

 Һәр мәке янында табиптар, ҡотҡарыусылар бригадалары эшләйәсәк. Сисенеп-кейенеү һәм сәй эсеү өсөн йылы сатырҙар ҡуйыла, ти Өфө епархияһының матбуғат секретары Евгений Шерышев.

 
 

Хәүефһеҙлек маҡсатында мәкеләр ярға яҡын уйыла. Һыуҙың тәрәнлеге 1 метр ярымдан артмаҫҡа тейеш.

 

https://vk.com/bstnews

 
Автор:
Читайте нас