

Бөгөн Бәләкәй Арыҫланғолда Һаҡмар йылғаһы буйында ауылдаштар боҙ өҫтөндә "Ҡышҡы балыҡсылар" ярышында көс һынашты. Ир-егеттәр бур менән боҙ тишеү буйынса ваҡытҡа ярышты, улар уйған мәкегә балыҡсылар балыҡ ҡармаҡларға ултырҙы. Һаҡмарҙы иңләп уңайлы, тыныс урындарға урынлашты улар. Ә бына ҡатын-ҡыҙҙар самауыр ҡайнатып, күпер аҫтында тәмле табын йәйеп, килгән һәр береһен эҫе сәй, ҡоймаҡ, бәлештәр менән һыйлап торҙо.
Ниһәйәт балыҡтар тотолғас, Риф Сурин алып килгән тояҡлы ҡаҙанда Ғәни ағай Сурин менән тәмле итеп балыҡ һурпаһы "Уха" бешереп барыһын да һыйланы. Аш та, сәй ҙә тәбиғәт косагында бик тәмле булды. Еңеүселәр төрлө бүләктәр менән бүләкләнде. Әммә иң мөһиме, ауылдаштар аралашып, ял итеп, файҙалы ял минуттары үткәрҙе.
Сығанаҡ һәм фото: Хәйбулла район башҡорттары ҡоролтайы төркөмө.