


2022 йылда алкоголһеҙ эсемлек һәм һут етештереүселәр дәүләт ярҙамы ала. Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә ауыл хужалығы етештереүселәренә ошо һәм башҡа ярҙам тураһында һөйләштеләр.
– 2021 йылда республикала һөт һәм һөт продукцияһы, һыйыр, сусҡа ите, йомортҡа, шәкәр, үҫемлек майы, картуф, ҡыяр эске ихтыяжды тулыһынса ҡәнәғәтләндерерлек етештерелгән. Ҡош ите, он, сыр, йәшелсә һәм ярмалар етештереү буйынса ауыл хужалығында бәләкәй бизнесты үҫтереү мөмкинлеге күп, – ти вице-премьер – республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов.
2022 йылда республика тарафынан ауыл хужалығы эшкәртеүселәренә алкоголһеҙ эсемлектәр һәм һуттар етештереү өсөн сеймал һатып алыуға 40 процентҡа тиклем субсидия бирелә, техника һәм ҡорамалдар һатып алыу өсөн киткән сығымдарҙың бер өлөшө ҡаплана.
Йыл башына Башҡортостанда 300 яңы булдырылған ауыл хужалығы кооперативының 190-ы ит, һөт, бал, иген, йәшелсә, картуф, еләк, бәшмәк эшкәртеү менән шөғөлләнә. Улар етештергән продукция 1200 магазинда һатыла.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.