


“Әлеге мәлдә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һорауына ярашлы, коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация үтергә теләүсе уҡыусыларҙың һаны буйынса (ата-әсәнең береһенең йәки башҡа законлы вәкиленең яҙма ғаризаһы булғанда) мониторинг үткәрелә. Тик ҡабатлап үтәбеҙ: тик ирекле нигеҙҙә”, – тип аңлатма бирә Башҡортостан мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева.
Министр урынбаҫары шулай уҡ, вакцина яһатмаған балаларҙы берәү ҙә уҡыуҙан ситләштермәйәсәк, тип билдәләп үтте. Бының өсөн бер ниндәй ҙә хоҡуҡи нигеҙ юҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрөп китәбеҙ: ковидҡа ҡаршы “Спутник М” тигән вакцинаны Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы былтыр 24 ноябрҙә теркәгәйне. Препарат ике компоненттан тора. Уны 12 йәшлек һәм унан олораҡ балаларға яһаясаҡтар. 12 йәштән 15 йәшкә тиклемге балаларға вакцинация ата-әсәнең береһенең яҙма ризалығы булғанда ғына үткәрелә. 15 йәштән олораҡ үҫмерҙәрҙең иһә үҙҙәренең яҙма ризалығы кәрәк буласаҡ.
Сығанаҡ: "Башинформ".