

Хәйбулла районында Ғаилә хеҙмәте ойошторған "Мауыҡтырғыс каникулдар" проекты сиктәрендә, кескәйҙәр яңы "Бөркөт" кинозалына юлланды. Бында уларҙы район мәҙәниәт йорто артистары ҡаршы алды. Әкиәт персонаждары балалар менән төрлө ҡыҙыҡлы уйындар уйнаны. Һуңынан дуҫ компания бергәләп "Зверопой" йәнһүрәтен ҡараны. Балаларға ҡышҡы каникулдарҙа күңелле ял мәлен шәхси эшҡыуар Динислам Бохарбаев бүләк иткән. Афарин!