

7482 астероиды (диаметры 1,1 км самаһы тәшкил итә) 18 ғинуарҙа Ер тәңгәленән осоп үтәсәк. Был турала Милли аэронавтика һәм йыһан киңлеген тикшереү идаралығының (NASA) мәғлүмәттәренән билдәле булды, тип хәбәр итә ТАСС.
Астероид сәғәтенә 70 мең саҡрымдан ашыу тиҙлек менән оса. Астероид Ергә алыҫ арала яҡынайыуына (иң яҡын ара яҡынса 2 миллион саҡрым тәшкил итә) һәм ниндәй ҙә булһа бәрелешеү ҡурҡынысы булмауына ҡарамаҫтан, NASA белгестәре бындай йыһан объекттарын «потенциаль хәүефле» тип баһалай.
7482 астероид (1994 PC1) Шотландия астрономы Роберт Макнот тарафынан 1994 йылда асыла.
фото:Башинформ