ЙӘМҒИӘТ
14 Ғинуар 2022, 11:00

Юлбарыҫ йылында тыуған тәүге сабый--малай!

Районда 2021 йылда барлығы 290 бала донъяға килгән

Юлбарыҫ йылында тыуған тәүге сабый--малай!Юлбарыҫ йылында тыуған тәүге сабый--малай!
Юлбарыҫ йылында тыуған тәүге сабый--малай!

Районда былтыр барлығы 290 бала донъяға килгән. Уларҙың 128-е Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының бала табыу йортонда тәүге ауазын һалған.

Ә бына Юлбарыҫ йылында тыуған тәүге сабый, ир бала,  Бүребайҙан  Минзәлә һәм Руслан Иҫәнгилдиндарҙың өсөнсө бәпәйе. Йәш парҙың  тағы ла ике улы бар.

2021 йыл һуңғы календарь битен һанағанда, 31 декабрҙә, Аҡъярҙан Илсиә Рәхмәтуллинаның ҡыҙы донъяға килгән. Ул Рәхмәтуллиндар ғаиләһендә дүртенсе бала.

Сабыйҙар һау-сәләмәт үҫһен!

 Светлана Сахно  

Автор фотоһы

Автор:
Читайте нас