ЙӘМҒИӘТ
14 Ғинуар 2022, 10:22

Республика парламенты дауаханаларға QR-кодһыҙ индерергә тәҡдим итә

..

Республика парламенты дауаханаларға QR-кодһыҙ индерергә тәҡдим итәРеспублика парламенты дауаханаларға QR-кодһыҙ индерергә тәҡдим итә
Республика парламенты дауаханаларға QR-кодһыҙ индерергә тәҡдим итә

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары “Халыҡтың санитар-эпидемиологик именлеге хаҡында”ғы федераль закон проектына төҙәтмә әҙерләне.

 
 
Республика парламенты дауаханаларға QR-кодһыҙ индерергә тәҡдим итә

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары “Халыҡтың санитар-эпидемиологик именлеге хаҡында”ғы федераль закон проектына төҙәтмә әҙерләне. Был закон проекты декабрь айында Дәүләт Думаһы тарафынан беренсе уҡыуҙа ҡабул ителеп, төбәк парламенттарына ҡарауға ебәрелгәйне.

Төҙәтеүҙә вакцинация хаҡындағы сертификатты күрһәтмәйенсә инергә мөмкин булған объекттар исемлеген ҙурайтыу тураһында һүҙ бара. Бындай объекттар исемлегенә Ҡоролтай медицина ойошмаларын өҫтәргә тәҡдим итә.

“Граждандарҙың медицина ярҙамына хоҡуғы Конституция тарафынан гарантиялана”, – тип аңлатма бирә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. Пациентҡа, прививка яһатмауына нигеҙләнеп, медицина ярҙамын күрһәтеүҙән баш тартыуҙар булырға тейеш түгеллеген һыҙыҡ өҫтөнә ала ул.

QR-кодтар хаҡында тип йөрөтөлгән закон проекты яңы коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән. Ул күп халыҡ ҡатнашлығында саралар уҙған урындарға, мәҙәниәт, йәмәғәт туҡланыуы, ваҡлап һатыу ойошмаларына коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһатыу хаҡында сертификат, сирҙе үткәреү йәки прививка яһатырға ярамау хаҡында белешмә, шулай уҡ шәхесте раҫлаусы документ күрһәткәндә генә индереүҙе күҙҙә тота. Дарыуханаларға, аҙыҡ-түлек һәм көндәлек кәрәк тауарҙар магазиндарына был документтарҙы күрһәтмәйенсә инергә мөмкин буласаҡ.

Башҡортостан парламенты депутаттары закон проекты концепцияһын, дөйөм алғанда, дөрөҫ тип һанай. “Беҙ ковидтың сираттағы – бишенсе тулҡынын көтәбеҙ”, – ти Константин Толкачев. Ул былтыр коронавирус инфекция арҡаһында илебеҙҙә үлем осраҡтары күп булыуын билдәләне. “Эксперттар фекеренсә, бының төп сәбәбе – прививка яһатҡан кешеләрҙең проценты тейешенсә булмауы. QR-кодтарҙы тикшереү бер юлы ике бурысты хәл итергә ярҙам итәсәк. Беренсенән, вирус йөрөтөүе ихтимал кешеләрҙең халыҡ күп йыйылған урындарға барыуын сикләйәсәк һәм ауырыуҙың таралыуына юл ҡуймаясаҡ, икенсенән, граждандарыбыҙға прививка яһау мөһимлеген күрһәтәсәк. Был – ваҡытлы, ләкин кәрәкле сара”, – тип әйтеп үтте республикабыҙ парламенты етәксеһе.

Фото "Башинформ"дан алынды.

 

 

Автор:Альмира Кирәева
Автор:
Читайте нас