

Бөгөнгө көндә китапханалар белем, мәғлүмәт һәм рухи тәрбиә биреү үҙәге генә түгел, ә халыҡтың ялын ойоштороусы ла булып һанала. Ауыл халҡы китап уҡыр өсөн генә түгел, ә үҙен ҡыҙыҡһындырған, борсоған һорауҙарға яуап табыр, донъя мәшәҡәттәренән бер аҙ арынып, ял итер өсөн дә килә.
Байғусҡар ауылы китапханаһында иҫкесә яңы йылды ҡаршылауға арналған күңел асыу сараһы булды. Байрамға килеүселәрҙе китапханасы иҫке яңы йылды ҡаршылау йолаһы менән таныштырҙы. Юлиан календары (иҫкесә) менән Григориан календарының (хәҙергесә) айырмаһы арҡаһында килеп сыға был байрам. Календарҙарҙың айырмаһы 13 кѳн. 1699 йылда Петр I ҡарары буйынса Яңы йыл 14 ғинуарҙан 1 ғинуарға күсерелә. Шул мәлдән алып Яңы йылды яңыса һәм иҫкесә байрам итә башлағандар. “Ҡышҡы йомаҡтар” тип аталған мауыҡтырғыс викторина ошо йола тарихын тарихын белеүселәрҙе асыҡланы. Сираттағы күҙҙәрҙе бәйләп ҡыш бабайҙың һүрәтен төшөрөү буйынса шаян конкурс бик йәнле барҙы. Байрам аҙағында мул табын артында сәй эсеү ойошторолдо. Яңы йылдың ырыҫлы, бәрәкәтле булыуын, илдәрҙең имен тороуын, барыбыҙҙың да иҫән-һау булыуын теләп Дәүләтбирҙина Бибиәсмә һәм Моратова Мөнирә апайҙар аят уҡынылар, хәйер өләштеләр.Күңелле сара күмәкләп иҫтәлеккә фото төшөү менән тамамланды.