ЙӘМҒИӘТ
13 Ғинуар 2022, 16:30

“Шәп каникулдар”

“Бөркөт” кинозалында --әкиәт донъяһы

“Шәп каникулдар”“Шәп каникулдар”
“Шәп каникулдар”

“Шәп каникулдар” шәфҡәтлелек проекты сиктәрендә, Маҡан һәм Бүребай ауылдарынан аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балалар Аҡъяр ауылының “Бөркөт” кинозалында әкиәт донъяһына эләкте.

Район мәҙәниәт йорто артистарынан торған әкиәт персонаждары: Бесәй ғалим, Серена һәм Миньон балаларҙы ҡаршы алып, йомаҡтар систеләр, ҡыҙыҡлы уйындар ойошторҙолар. Аҙаҡтан бергәләшеп ҡыҙыҡлы йәнһүрәт ҡаранылар.

Бында шәхси эшҡыуар Денислам Бохарбаев бағымсылыҡ ярҙамы күрһәтте, уның ярҙамы менән балалар бушлай рәхәтләнеп  кинозалда тамаша ҡылды. Ҡыҙҙар һәм малайҙар әкиәт илендә булды, шатлыҡлы ауаздар быны асыҡ раҫланы.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас