ЙӘМҒИӘТ
13 Ғинуар 2022, 16:38

Алтаҡталарҙағы хаталар.

Телдең бәҫен төшөргән күренеш райондың йөҙөн дә боҙа.

Алтаҡталарҙағы хаталар.Алтаҡталарҙағы хаталар.
Алтаҡталарҙағы хаталар.

Алтаҡталарҙағы хаталар. Улар аҙым һайын осрай тиерлек.

Телдең бәҫен төшөргән күренеш райондың йөҙөн дә боҙа. Ойошма-кибеттәр яҙыуҙарын төҙәтерме, хаталар өҫтөндә эш нисек бара. Ошо маҡсатта район хакимиәте ҡарамағында ойошторолған махсус комиссия "Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында”ғы Законды бойомға ашырыу йүнәлешендә быйыл да әүҙем эш алып бармаҡсы. Изге эшкә һеҙ ҙә ҡушыла алаһығыҙ, хөрмәтле хәйбуллалар! Хаталы алтаҡта күрәһегеҙ икән, фотоға төшөрөп беҙгә юллағыҙ. Терминологик комисиия ағзалары ул хаталарҙы артабан юҡ итеү өҫтөндә эшләйәсәк.

Ә бына иң мәғәнәһеҙ хаталы алтаҡтаны табыусы яҙылыусыбыҙҙы махсус бүләк көтә. Беҙҙең маҡсат - Хатаһыҙ Хәйбулла! Берҙәм булайыҡ, дуҫтар, туған телебеҙгә битараф булмайыҡ!

///Законға ярашлы, башҡорт телендә яҙылған алтаҡта һул, руссаһы уң яҡта булырға тейеш. Ҡайһы бер ваҡытта диалект буйынса яҙылғандар ҙа осрай. Башҡорт теленә тәржемә иткәндә ауырлыҡтар тыуһа, Хәйбулла районы хакимиәте янындағы терминологик комиссияға мөрәжәғәт итергә мөмкин: 2-19-20


https://vk.com/club205721472
39.informotdel@bashkortostan.ru

Хәйбулла районы башҡорттары ҠОРОЛТАЙЫ

 

Автор:
Читайте нас