ЙӘМҒИӘТ
12 Января 2022, 09:20

Янғында зыян күргән 11 йәшлек малай үлгән

-

Добавить в предпочтительные источники Google
Янғында зыян күргән 11 йәшлек малай үлгәнЯнғында зыян күргән 11 йәшлек малай үлгән
Янғында зыян күргән 11 йәшлек малай үлгән

3 ғинуарҙа Иглин ауылының Мелиораторҙар урамындағы ике ҡатлы ағас йортта сыҡҡан янғында зыян күргән малай 12 ғинуар төнөндә дауаханала вафат булған. Ошо хаҡта Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был йортта әсә һәм уның өс улы йәшәгән, берәүһе Өфөлә көн күрә. Фажиғә ваҡытында 11 йәшлек малай өйҙә яңғыҙы ғына булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бала ныҡ зыян күргән. Уны дауаханаға алып киткәндәр. Билдәле булыуынса, 11 йәшлек малайҙың тәне — 85, үпкәһе 50 процентҡа бешкән. Ул Өфөнөң 18-се дауаханаһы реанимацияһында ятҡан.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-01-12/v-bashkirii-skonchalsya-postradavshiy-pri-pozhare-11-letniy-malchik-2651229

Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Автор: