

Үҙ ваҡытында үҙ парыңды табып, нәҫелеңде ишәйтеү – яҡшы ғәмәл. Тик һуңғы ваҡытта ҡауышыуҙарға ҡарағанда айырылышыуҙарҙың һаны артыуы ғына хәүефләндерә. Юҡ, йәштәр ғаилә ҡороуҙан баш тартмай. Тик ҡайһы бер осраҡта ата-әсәләре уларҙың туйҙарын үткәрергә алған кредиттарын да түләп өлгөрмәйҙәр, йәш ир менән ҡатын бер-береһенән ялҡып ҡойроҡтарын һыртҡа һалалар.
Үткән йылы Башҡортостанда ноябрь айында 1287 яңы ғаилә барлыҡҡа килгән. 2020 йылдағы менән сағыштырғанда уның һаны етмешкә күберәк тә. Әммә айырылышыуҙарға ҡағылышлы һандар шатландырмай. Үткән йылы шул уҡ ноябрь айында 1386 ғаилә тарҡалған.
Автор:Разинә Зайнетдинова.