ЙӘМҒИӘТ
11 Ғинуар 2022, 04:55

Ауырыуҙарҙың иң күбе – 60 йәште уҙғандар

..

Ауырыуҙарҙың иң күбе – 60 йәште уҙғандарАуырыуҙарҙың иң күбе – 60 йәште уҙғандар
Ауырыуҙарҙың иң күбе – 60 йәште уҙғандар

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, республика стационарҙарында бөгөнгө көндә 77 ауырыу коронавирустан дауалана, шуларҙың 52-һе – 60 йәште уҙған өләсәй һәм олатайҙар.

 
 
Ауырыуҙарҙың иң күбе – 60 йәште уҙғандар

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, республика стационарҙарында бөгөнгө көндә 77 ауырыу коронавирустан дауалана, шуларҙың 52-һе – 60 йәште уҙған өләсәй һәм олатайҙар. 17 сырхау ауыр хәлдә, берәүһен табиптар яһалма һулыш аппаратына тоташтырырға мәжбүр булған.

Пандемия башланғандан алып зәһәр вирусты йоҡтороусылар һаны 124 046-ға еткән, тәүлек эсендә инфекция 209 ауырыуҙа раҫланған.

Сирҙе сағыштырмаса еңел уҙғарыусы 4 729 кеше өйөндә дауалана, 3 729-ы – 60 йәштән өлкәндәр.

Аҙаҡҡы тәүлектә 303 сырхау, һауығып, дауахананан сыҡҡан. Сәләмәтләнеүселәрҙең дөйөм һаны – 114 727.

Республикабыҙҙа афәтле сир йәмғеһе 4 513 ғүмерҙе өҙгән, вафат булыусыларҙың иң күбе – 3 958-е – 60-ты үткән кешеләр. Үткән тәүлектә яуыз инфекциянан 13 яҡташыбыҙ донъя ҡуйған.

Кисәле-бөгөнлө дауахананан тыш пневмония 15 ауырыуҙа асыҡланған, унан ҡотолоп, стационарҙан ҡайтыусылар – 71.

Фото "Башинформ"дан алынды.

 

Автор:Альмира Кирәева
Автор:
Читайте нас