

Рәссам Крыжевский Ян Юлианович 1948 йылда Өфөлә тыуған. Уның эштәре сит илдә күргәҙмәләргә ҡуйылған, аукциондарҙа картиналары тиҫтәләрсә мең долларға һатылған, ә ҡайһы берҙәре Мәскәүҙәге Третьяков галереяһында урын алған.
90-сы йылдарҙа рәссам Нью-Йоркта йәшәй һәм эшләй, әммә берәҙәклек итеп йөрөй. 2014 йылда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов рәссамға тыуған төйәгенә ҡайтырға ярҙам итте.
Декабрь айында еңелсә генә кейенгән Крыжевский Эльмира Ғәлинаның офисына ярҙам һорап килгән.
Эльмира уның өйөнә барып, йәшәү шарттары менән танышҡан: унда бер ниндәй ризыҡ булмаған, сантехника эшлектән сыҡҡан.
Крыжевский Рәсәйгә ҡайтҡас, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Нестеров музейында уның шәхси күргәҙмәһен асҡайны. Ә хәҙер ирҙең аҙыҡ-түлек алырға ла аҡсаһы юҡ, сөнки стажы булмағас, пенсия түләнмәй.
Документтары юҡ, шуға ҡыҙ табип саҡырта алмаған. Рәссам туғандарына кәрәкмәй тип уйлай ҡыҙ. Ул ирекмәндәрҙән, социаль хеҙмәттәрҙән иргә ярҙам күрһәтеүҙәрен һорай. Эльмира дуҫтары менән аҙыраҡ аҡса йыйып, уға электр сәйнүге һәм аҙыҡ-түлек һатып алған.
Ян Юлианович туғандарын ҡасан һуңғы тапҡыр күргәнен хәтерләмәй. Рәссам фанерға, ишеккә һүрәт төшөрә.
Билдәле рәссамға ярҙам итергә теләһәгеҙ, 4817 7602 2405 4720 номерына аҡса күсерергә мөмкин. Ғәлина Эльмира Р.
Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар