

Фермер Зөфәр Ҡырымғужин “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
Мәскәүҙә үткән “Алтын көҙ-2021” Бөтә Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнашып, “Үҫемселектә һәм тупраҡтың уңдырышлығын күтәреүҙә юғары уңыштарға өлгәшкәне өсөн” конкурсының “Иген һәм иген-ҡуҙаҡлы культуралар етештереү” номинацияһында алтын миҙал алған “Бикбау” агрофирмаһы директоры Борис Абдуллин тәбрикләнде.
16-20 августа Ҡазан ҡалаһының “Баскет Холл” аренаһында “ММА” ҡатнаш көрәш сәнғәте буйынса Европа чемпионаты үтте. Унда Әрмәнстан, Бахрейн, Болгария, Финляндия, Греция, Италия, Ҡаҙағстан, Яңы Зеландия, Польша, Португалия, Рәсәй, Испания, Тажикстан һәм Эстония илдәренән 252 спортсы (164 - өлкәндәр, 88 - юниорҙар) ҡатнашты. Улар араһында яҡташыбыҙ, Бүребай ыуылы егете Динар Саниев бронза яулай