

--Ирем Абдусам менән 3 ул һәм 4 ҡыҙ бала тәрбиәләйбеҙ.
Тормош иптәшем күп йылдар инде төҙөлөш тармағында эшләй. Ә мин йорт хужабикәһе. Күмәк бала менән ҡыйын түгелме, тип һораусылар бар. Юҡ, әгәр эргәңдә терәк-таянысың булырҙай ирең булһа, һис ауырлығы юҡ, киреһенсә, һәр баланы оло шатлыҡ менән көтөп алабыҙ. Балаларҙың олораҡтары ла ҡул аҫтына ингән, ярҙам итәләр. Уларҙа бер-береһенә хөрмәт, ярҙамсыллыҡ кеүек сифаттар тәрбиәләйбеҙ. Оло ҡыҙыма 17 йәш, Маҡан мәктәбендә 11-се класта уҡый. Киләһе йыл Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инеп, табип-терапевт булырға хыяллана. Беҙ уға һәр яҡлап ярҙам итәбеҙ. Оло улыбыҙ Ирек 9-сы класта белем ала. Ул да буласаҡ һөнәрен билдәләгән, Башҡорт дәүләт нефть-техник университетында белем алырға ниәтләй.
Әйкәндәй, тормош иптәшем элекке профессиональ спортсы, Сорғот ҡалаһында ирекле көрәш буйынса тренер-педагог булып эшләне. Әле улдарыбыҙ Ирек һәм Рамаҙанды өйрәтә. Ғөмүмән, балаларыбыҙ һәләтле, спорт, музыка һәм бейеү менән шөғөлләнәләр,--ти Роза Ҡорбанова.