ЙӘМҒИӘТ
1 Ғинуар 2022, 17:37

Яңы йыл төнөндә 10 сабый тыуған

*

Яңы йыл төнөндә 10 сабый тыуғанЯңы йыл төнөндә 10 сабый тыуған
Яңы йыл төнөндә 10 сабый тыуған

2022 йылдың яңы йыл төнөндә (көндөҙгө сәғәт 1-ҙән иртәнге 10-ға тиклем) республиканың бала табыу йорттарында 10 сабый донъяға килгән.

«Башинформ» агентлығына Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, алты ҡыҙ, дүрт малай тыуған. Ауырлығы 2910 г һәм буйы 51 см булған беренсе ҡыҙ Республика перинаталь үҙәгендә төнгө 1 тула 15 минутта тыуған. Яңы йыл төнөндә үҙәктә ике малай һәм ике ҡыҙ донъяға килгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылдың яңы йыл төнөндә 15 сабый донъяға килде. Бер йыл элек - 20 бала.

 

 

фото:Башинформ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас