ЙӘМҒИӘТ
31 Декабрь 2021, 06:05

Юлбарыҫтан нимә көтөргә?

Барыҫ йылы бөтә йондоҙнамә вәкилдәренә шәхси тормошта ла, һөнәри эшмәкәрлектә лә байтаҡ үҙгәреш алып килер.

Юлбарыҫтан нимә көтөргә?Юлбарыҫтан нимә көтөргә?
Юлбарыҫтан нимә көтөргә?

Юлбарыҫ йылы бөтә йондоҙнамә вәкилдәренә шәхси тормошта ла, һөнәри эшмәкәрлектә лә байтаҡ үҙгәреш алып килер. Йыл хужаһы әүҙемлекте ярата, шуға күрә барыһына ла тырыш, ныҡышмал, тәүәккәл булырға тура килер.

 

ҠУҘЫ (21 март – 20 апрель)

Ваҡиғаларҙы ашыҡ­тыр­мағыҙ. Ошо ябай ғына кәңәш быйыл айырыуса мөһим. Идеялар, пландар бик күп булыуға ҡарамаҫтан, уларҙы тормошҡа ашырыуҙы тотҡарлаған хәл-шарттар әленән-әле тыуып торор, һалған тырышлығығыҙ бушҡа китеүе ихтимал.

Яҙ әүҙемлек күрһәтеп, яңы йүнәлештә эш башларға мөмкин. Бөтә башланғыстарҙы уңыш көтә. Йәй, айырыуса август айында ҡул ҡаушырып ултырмағыҙ, тырышығыҙ. Йәйҙең һуңғы айында эшкә йәки хеҙмәттәш­леккә ҡағылышлы ҡыҙыҡлы тәҡдим яһарҙар.

Йыл тыныс тамамланыр. Уның һуңғы айҙары башлағанды тамамлау, барлау, киләсәккә план ҡороу өсөн ҡулай.

 

БУҒА (21 апрель – 21 май)

Февралдән майға тиклем һеҙҙең өсөн уңайлы һәм мөһим осор. Хатта ябай булмаған хәлдәрҙән дә еңел генә сығыу юлын табырһығыҙ. Тап ошо айҙарҙа тормошоғоҙға ҡағылышлы әһәмиәтле ҡарар ҡабул итерһегеҙ.

Октябрҙән бер аҙ мәшәҡәтле осор башлана. Алдығыҙға бер-бер артлы ҙур бурыстар ҡуйылыр. Эргәгеҙҙәге кешеләр менән мөнәсәбәттәрҙе лә асыҡларға, ябай булмаған һорауҙарға яуап эҙләргә тура килер. Йылдың һуңғы айында күп нәмә асыҡланыр. Үҙегеҙ менән ғорурланыу тойғоһо кисерерһегеҙ.

ИГЕҘӘКТӘР (22 май – 21 июнь)

Юлбарыҫ һеҙгә уңыш килтерер. Былтыр ғәйәт ҡат­марлы тойолған мәсьәләләр ҙә еңел генә хәл ителер. Ғәҙәти булмаған осрашыуҙар, танышыуҙар киң мөмкинлек асыр. Һөҙөмтәлә һөнәри эшмә­кәрлектә вазифала үрләтеүҙәре ихтимал.

Май – июлдә бер аҙ ныҡышмаллыҡ һәм тырышлыҡ талап ителер. Уның ҡарауы, уңышҡа өлгәшеп, мул ғына табыш алырһығыҙ.

Август – мәшәҡәтле осор. Тәүге планға ғаиләләге хәлдәр сығыр. Ошо юҫыҡтағы ваҡиғалар йыл аҙағына тиклем дауам итер. Яҡындарығыҙ хаҡына ҡайһы бер ниәттәрҙән һәм башланғыстарҙан баш тартырға тура килер, бәлки.

 

ҠЫҪАЛА (22 июнь – 22 июль)

Йыл башына әллә ни ҙур өмөт бағламағыҙ, еңел еңеү­ҙәргә иҫәп тотмағыҙ. Ны­ҡыш­маллыҡ күрһәт­һәгеҙ, ғәмәлдәрегеҙ эҙмә-эҙлекле булһа ғына уңышҡа өлгә­шерһегеҙ.

Яҙ яңы идеялар һәм эштәр алып килер. Иң мөһиме – күптән иҫкереп бөткән нәмәләргә йәбешеп ятмай, яңылыҡты ҡабул итһәгеҙ, тормошоғоҙ яҡшы яҡҡа үҙгәрер.

Йәй уңышлы булмаҡсы. Байтаҡ һорауҙарға, шул иҫәптән күптән тынғы бирмәгән сетерекле һорауға ла яуап алырһығыҙ. Яҙмышығыҙҙы хәл иткес осрашыу ҙа көтөлә.  Сентябрҙән тыныс һәм һөҙөмтәле осор башлана. Уңыштар йыл аҙағына тиклем дауам итер.

 

АРЫҪЛАН (23 июль – 22 август)

Барыҫ йылы бер аҙ ҡы­йынлыҡтар менән башланып китер, айырыуса әллә ни тырышлыҡ һалмайынса ғына маҡсаттарға өлгәшергә теләгән Арыҫлан өсөн. Һеҙгә был кәртәләрҙе, ситтән ярҙамға өмөт итмәйенсә, үҙаллы үтергә тура килер. Бындай осор мартҡа тиклем дауам итер.

Яҙ барыһы ла яйланыр. Финанс хәлегеҙ яҡшырыр. Күптәнге бурысты кире ҡайтарырҙар, әллә ҡасан башҡарылған эш өсөн хаҡ түләрҙәр. Ҡайһы берәүҙәр отошло килешеү төҙөр.

Йәй сағыштырмаса тыныс үтер. Ә бына көҙҙөң икенсе айынан тормошоғоҙ кинәт үҙгәрер. Үҙегеҙҙең генә түгел, башҡаларҙың да проблемаларын хәл итергә тура килер.

 

ҠЫҘ (23 август – 23 сентябрь)

Ҡыш айҙарында эшегеҙҙә бер аҙ тотҡарлыҡ тойорһоғоҙ. Ҡыйыу пландарығыҙҙы мартҡа тиклем кисектереп торорға тура килер, моғайын. Яҙ етеү менән тормошоғоҙ ҡырҡа үҙгәрер. Эшлекле бәйләнештәрҙе тергеҙерһегеҙ. Ҡайһы берәүҙәр йоғонтоло ярҙамсы табыр, перспективалы эшкә тотонор. Май аҙағына тиклем уйламаған ерҙә уңышҡа өлгәшеү мөмкинлеге ҙур. Йәй һәүетемсә үтер.

Көҙ яңы бурыстар йөкмәтер. Барыһына ла өлгөрөү өсөн ғәҙәти эш графигын үҙгәртергә тура килер, моғайын. Борсолмағыҙ, йыл аҙағына тиклем бөтә мәсьәләләрҙе хәл итеп, кеҫәгеҙҙе лә ҡалынайтырһығыҙ.

 

ҮЛСӘҮ (24 сентябрь – 23 октябрь)

Йыл ярайһы уҡ уңышлы бул­маҡсы. Февраль-мартта фай­ҙалы бәйләнештәр булды­рырһығыҙ. Һө­ҙөмтәлә алдығыҙҙа киң мөмкинлектәр асылыр.

Апрель башынан июль уртаһына тиклем – әүҙемлек осоро. Карьера буйынса юғарыраҡ баҫҡысҡа үрләүҙе маҡсат итеп ҡуймағандарға ла ҙурыраҡ вазифа, бурыс йөкмәтеүҙәре ихтимал. Килемегеҙ артыр. Үҙегеҙҙең дә, ҡәҙерле кешеләрегеҙҙең дә тормошон яҡшыртыу мөмкинлеген табырһығыҙ.

Көҙ – йыл башындағы ваҡиғаларға байҡау яһап, хаталарҙы төҙәтеү өсөн ҡулай миҙгел. Ул ярайһы уҡ тыныс үтер. Тормошоғоҙҙа әллә ни үҙгәреш булмаҫ. Ә бына ҡыш айҙары йәнә әүҙемлегегеҙ артыр. Милеккә бәйле мөһим мәсьәләне хәл итерһегеҙ.

 

САЯН (24 октябрь – 22 ноябрь)

Теләгәнегеҙгә өлгәшеү өсөн байтаҡ тырышлыҡ һалып эшләргә тура килер. Февралдә яңы өмөттәр уяныр, эске тойомлауығыҙ йүнәлеш күрһәтер. Тәү ҡарашҡа мөһим күрен­мәгән ваҡ-төйәк ваҡиғаларҙың да ҙур әһәмиәткә эйә булыуы ихтимал. Ҡыш айҙары белемде камиллаштырыу өсөн ҡулай.

Марттан башлап йәй уртаһына тиклем тормо­шоғоҙҙо тәртипкә килтереү менән шөғөл­лә­нерһегеҙ. Ялҡытҡан мөнәсәбәттәрҙе өҙөп, яңы дуҫтар табырһығыҙ.

Көҙ бер аҙ көсөргәнешле башланыр. Әммә борсолмағыҙ: ноябргә барыһы ла яйланыр.

 

УҠСЫ (23 ноябрь – 21 декабрь)

Йыл күп йәһәттән уңыш килтерер. Мөһим проблемаларҙы тәүге айҙарҙа хәл итеп ҡалыу отошло. Үҙегеҙҙе генә түгел, яҡын­дарығыҙҙы ла күптән борсоған мәсьәләне хәл итеү юлын табырһығыҙ. Хеҙ­мәттәшлек тәҡдим итерҙәр. Күптән теләгән эшкә тотоноуығыҙ ихтимал. Яҙ бер аҙ сетерекле булмаҡсы, айырыуса уҡып йөрөгәндәр өсөн.

Июль-августа йыл аҙағына тиклем дауам иткән хәл-шарттарға нигеҙ һалырһығыҙ. Шуға һәр аҙымды үлсәп яһағыҙ, һәр ҡарарҙы уйлап ҡабул итегеҙ.

 

ЫЛАҠ (22 декабрь – 20 ғинуар)

2022 йыл һеҙҙең өсөн – етди үҙгәрештәр осоро. Консерватив ҡараштарҙан баш тартып, өр-яңы йүнәлеш һайларға тура килер. Ғинуар-февралдә абруйлы ке­шеләр менән бәйләнеш булды­рырһығыҙ. Киләсәктә уларҙың ярҙамы тейер.

Яҙ донъяға ҡарашығыҙ тамырынан үҙгәрер. Шәхси тормошоғоҙға ҡағылышлы тәҡдим яһауҙары ихтимал. Һәр ҡарарҙы үҙаллы ҡабул итегеҙ, башҡаларҙың һүҙенә ҡолаҡ һалмағыҙ.

Көҙ һөнәри үҫешкә өлгәшеү, вазифала үрләү мөмкинлеге бар. Октябрҙән декабргә тиклем бигерәк тә уңышлы осор. 

 

ҺЫУҒОЯР (21 ғинуар – 20 февраль)

Йыл һеҙҙең өсөн һөҙөмтәле булмаҡсы. Тормоштан ҡәнәғәт­лек кисерерһегеҙ. Сатурн йыл буйы һеҙҙең йондоҙлоҡта ҡалыр, был һеҙгә һәр йәһәттән тотороҡ­лолоҡ алып килер. Финанс хәлегеҙ ярайһы уҡ яҡшырыр. Айырыуса эшҡыуарлыҡ менән шөғөллән­гәндәр уңыр.

Яҡындарығыҙға матди йәһәттән ярҙам итеү мөмкинлеге тыуыр. Яҙ һөнәри эшмә­кәр­лектә үҫешкә өлгәшерһегеҙ, юғарыраҡ вазифаға үрләрһегеҙ. Йәй айҙарында бер нисә өлкәлә сетерекле хәл тыуыуы ихтимал. Көҙ – көсөргәнешле эш осоро. Тырыш­лы­ғы­ғыҙҙың һөҙөмтәһен йыл аҙағында тойорһоғоҙ.

 

БАЛЫҠ (21 февраль – 20 март)

Һеҙҙең өсөн яҡшы йыл. Шәхси тормошоғоҙ ҙа, һөнәри эшмә­кәрлегегеҙ ҙә зарланырлыҡ бул­маҫ. Күптәнге хыялығыҙҙы тор­мошҡа ашырыу мөмкинлеге тыуыр. Социаль хәлегеҙ яйға һалыныр, матди хәлегеҙ яҡшырыр. Ҡайһы берәүҙәрҙең сит илгә эшкә юлланыуы, икенсе ергә күсеп китеүе лә бар.

Яҙ мираҫ мәсьәләһе менән шөғөл­ләнерһегеҙ, моғайын. Ғөмүмән, май-июндә мәшәҡәт артып китер. Башҡаларҙың хатаһын төҙәтергә лә, иңегеҙгә яңы бурыстар алырға ла тура килер. Иң сағыу осорҙо йыл аҙағында көтөгөҙ, тик ваҡиғаларҙы ашыҡтырмағыҙ.

 

 

 

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2021-12-28/bary-tan-nim-k-t-rg-2637846

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас