ЙӘМҒИӘТ
31 Декабрь 2021, 06:13

Яңы йылды ҡайҙа, нисек ҡаршы алалар?

Яңы йыл – барыбыҙҙың да көтөп алған, яратҡан байрамы. Төрлө илдәрҙә уны төрлөсә ҡаршы алалар, төрлөсә билдәләйҙәр. Ул – һәр кем өсөн оло өмөттәр бағлап, киләсәккә ышаныс биргән тылсымлы тантана.

Яңы йылды ҡайҙа, нисек ҡаршы алалар?Яңы йылды ҡайҙа, нисек ҡаршы алалар?
Яңы йылды ҡайҙа, нисек ҡаршы алалар?

Яңы йыл – барыбыҙҙың да көтөп алған, яратҡан байрамы. Төрлө илдәрҙә уны төрлөсә ҡаршы алалар, төрлөсә билдәләйҙәр. Ул – һәр кем өсөн оло өмөттәр бағлап, киләсәккә ышаныс биргән тылсымлы тантана.

 

* Финляндияла Ҡыш бабайҙы Йоулупукки тип йөрөтәләр. Тәржемә итһәң, ул “Раштыуа кәзәһе” тигәнде аңлата. Йоулупукки кәзәләр егеп йөрөй икән, шуға ла уны ошолай тип атағандар. Ҡарт булһа ла, ул яҡшы ишетә тип һанала, финдәр уның ҡолағына шыбырлап ҡына яңы йылға теләктәрен, хыялдарын еткерә.

* Мексикала Яңы йыл төнөндә ишектәрҙе асыҡ ҡалдырып, тәҙрәнән урамға һыу һибәләр, тәңкә ташлайҙар ҙа аҡсаны сығып йыйып алалар.

* Францияла Ҡыш бабайҙы Пер Ноэль тип йөрөтәләр. Ул бүләктәрҙе балаларҙың аяҡ кейеменә һала. Эсенә борсаҡ һалып бешерелгән бәлеш эләкһә, шул бала Яңы йыл төнө батшаһы тип һанала.

* Венгрияла Яңы йылды ҡаршы алғанда, барыһы ла һыбыҙғы, торба ҡысҡырталар, йәнәһе, яуыз йәндәрҙе ҡыуып, шатлыҡ һәм именлек өсөн урын бушаталар. Яңы йыл табынында борсаҡ, сәтләүектәр, алма, бал, һарымһаҡ мотлаҡ булырға тейеш тип һанала.

* Японияла куранттар беҙҙәге кеүек 12 тапҡыр түгел, ә 108 тапҡыр һуға. Гонаһтарҙы йыуып, Яңы йылға саф килеш инер өсөн, әлбиттә. Был илдә Яңы йыл байрамы өс көн дауам итә. Изге фәрештәләрҙе йәлеп итеү маҡсатында ишек янында ҡарағай, бамбук, слива ботаҡтарын ҡуялар.

* Германияла иһә ҡот ҡоялар: ҡурғаш йөрәк йәки балдаҡ формаһында булһа, кешене һөйөү, туй көтә, түңәрәк йыл буйына уңыш юрай, ә инде сусҡаға оҡшаһа, муллыҡҡа өмөт итергә була икән.

* Эстонияла йыл буйы муллыҡта йәшәр өсөн Яңы йыл табынында 7, 9 йәки 12 төрлө ризыҡ ашарға кәрәк. Был һандар улар өсөн изге һанала. Тәрилкәләге аҙыҡты тулыһынса ашап бөтмәй, изге рухтар өсөн ҡалдыралар.

* Көнгөрәләр илендә Яңы йыл йәй миҙгеленә тура килә. Австралия халҡы уны асыҡ һауала киң байрам саралары уҙғарып ҡаршы ала. Яңы йыл төнөндә донъяла иң күп фейерверк атыусылар ҙа тап улар һанала.

* Италияла балалар изге Фея Бефананы түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Ул төндә тылсымлы һеперткегә атланып килеп етә лә бүләк менән тулы ойоҡбаштарҙы каминға элеп китә. Баббо Натале – итальяндарҙың Ҡыш бабайы. Италияла, Яңы йылды иҫкенән ҡотолоп ҡаршы алырға кәрәк, тип иҫәпләйҙәр, шуға күрә Яңы йыл төнөндә бөтә иҫке-моҫҡо әйберҙәрен тәҙрәнән ырғыталар.

* Швецияла Яңы йыл алдынан балалар яҡтылыҡ батшабикәһен – Лючияны һайлай. Уға аҡ күлдәк, башына майшәм яғылған таж кейҙерәләр. Лючия бала­ларға һәм йорт йәнлектәренә күстәнәс алып килә. Байрам төнөндә йорттарҙа шәм һүнмәй, урамдар ҙа ныҡ яҡтыртыла.

* Англияла Ҡыш бабайҙы Санта Клаус тип йөрөтәләр. Байрам көндәрендә балалар боронғо инглиз әкиәттәрен сәхнәләштереп уйнай. Урамдарҙа төндә һәр төрлө уйынсыҡ, һыбыҙғы, битлек, шарҙар һаталар. Открыткалар бүләк итеү йолаһы нәҡ Англиянан таралған. Был илдә Яңы йыл килеүе тураһында ҡыңғырау белдерә.

* Колумбияла Яңы йыл байрамының төп геройы – Иҫке йыл. Ул оҙон аға­саяҡтарҙа халыҡ араһында йөрөй һәм балаларға мәҙәктәр һөйләй. Папа Паскуале – колумбтарҙың Ҡыш бабайы. Унан да оҫтараҡ фейерверктар ойоштороусы юҡ тип һанала.

* Вьетнамда Яңы йыл – иң күңелле байрамдарҙың береһе. Сәскә атҡан персик ботағы – Яңы йыл символы – һәр өйҙә булырға тейеш. Балалар Яңы йыл төнөн түҙемһеҙлек менән көтә – нәҡ ошо мәлдә һәр яҡтан бәләкәй “хлопушка”лар ата башлай.

 

Римма СОЛТАНОВА әҙерләне.

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2021-12-28/ya-y-yyldy-ay-a-nisek-arshy-alalar-2637861

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас