ЙӘМҒИӘТ
30 Декабрь 2021, 18:02

Бейем менән килен татыу булһа, аш-һыуҙары ла татлы була!

Аҡъярҙан Зилә Килдебаева бейеме менән күпләп вареник эшләп туңдырыуҙары тураһында яҙа

Бейем менән килен  татыу булһа, аш-һыуҙары ла татлы була!Бейем менән килен  татыу булһа, аш-һыуҙары ла татлы була!
Бейем менән килен татыу булһа, аш-һыуҙары ла татлы була!

Бөгөн бейемдәремде йылҡы ҡаҙыһы менән ашҡабаҡ согы ауыҙ итергә саҡырып алдым әле. 😉😊🤭Иң беренсе уларға насип булғандыр быйылғы ризыҡтар.🙃


Һөйләшеп, көлөшөп, хәл- әхүәл һорашып, үткәндәрҙе иҫләп аш ашап, сәй эсеп алғас,
Бейемкәйем һүҙ башланы:

- Әйҙә килен күп итеп һалма йәйеп киптерәйек . Һатып алғансы, әҙер нәмәне һалаһың да бешерәһең ,- ти.
- Һалма тороп торһон әле, әйҙә бейем вареники эшләп туңдырайыҡ әле, - тием.😉🤭


Магазинға инһәң. Варенниктың йән төрлөһө бар. С салом и картошкой, с вареной картошкой, йә булмаһа с сырой картошкой һәм башҡалар. Хаҡтарын күрһәң ашау теләге юғала.😳😯🤑
Үҙебеҙҙә оны ла , картуфы ла, салоһы ла бар бит инде. Нишләп шуны эшләп ашамаҫҡа инде тип үҙеңде тиргәп сығып китәһең. Ҡайтһаң тағы онотолоп ҡала бирә. 🙊🙉🙈
Үҙем кухняла эшләгәс, бешереп ҡайтаһың да, ҡайтҡас тағы бешерер кәрәк. Бер аҙ ялҡытып та китә. 🤷‍♀️🤦‍♀️


Бейем менән ең һыҙғанып эшкә тотондоҡ.Сало менән эшләп ҡарарға булдыҡ вареники. Бергәләп күңелле лә, тиҙ ҙә. Һә тигәнсә эшләп тә ҡуйҙыҡ. Тәмлеме белмәйем, ашап ҡарағас беләбеҙ инде. 🤭😀😚

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас