ЙӘМҒИӘТ
27 Декабрь 2021, 11:29

Ғәҙәти булмаған Яңы йыл рекордтары

Байрам алдынан ғәҙәти булмаған Яңы йыл рекордтарына ла күҙ һалайыҡ әле. ..

Ғәҙәти булмаған Яңы йыл рекордтарыҒәҙәти булмаған Яңы йыл рекордтары
Ғәҙәти булмаған Яңы йыл рекордтары

*
Бөтә бүләктәрҙе лә тиҙерәк таратып бөтөү өсөн Ҡыш бабай сыҙамлы ла булырға тейеш. Ә иң тиҙ һәм сыҙамлы тип инглиз кешеһе Пол Симонс табылған. Ул 2009 йылда 42 саҡрым 195 метрҙы Санта-Клаус костюмында 2 сәғәт тә 55 минутта һәм 50 секундта йүгереп үткән.
*
Күп йылдар Канада коллекционеры Жан-Ги Лакерр Санта-Клаус төшөрөлгән сувенирҙар йыя. Уның коллекцияһында 25 меңдән ашыу экспонат, шулар иҫәбендә 2 мең 360 статуэтка, 2 мең 846 открытка һәм 241 булавка бар.
*
Иң ҙур ҡыш бабайҙы АҠШ-тан Бетель ҡалаһының йәшәүселәре эшләгән. Уның оҙонлоғо – 37 метр. Был гигант ҡар ҡоролмаһына Олимпия тигән исем ҡушылған. Ул губернатор Олимпия Сноу хөрмәтенә шулай аталған.
*
Румыния уҡыусылары Ҡыш бабайға 10 көн буйына иң оҙон хат яҙып, донъя рекордын ҡуйған. Уның оҙонлоғо – 418 метр 30 сантиметр.
*
Ә донъялағы иң бәләкәй шыршы уйынсығын 2016 йылда Омсктан Анатолий Коненко эшләгән. Уның диаметры – бары 1 миллиметр ғына.
*
Иң ҡарт яһалма Яңы йыл шыршыһы Паркерҙар ғаиләһендә Англияла урынлашҡан. Уны 1886 йылда яһағандар, әле лә Яңы йылға, Раштыуа байрамдарына биҙәп торалар.

 

 

Фото: https://www.peoples.ru/champions/jean-guy_laquerre/

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Автор:
Читайте нас