ЙӘМҒИӘТ
27 Декабрь 2021, 10:28

Түгелмәһен, сабыйҙарҙың күҙ йәше!

Муниципаль район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова менән һөйләшеүебеҙҙе  эскелек бәләһе килтергән йөрәк ярғыс күренештәрҙән башларға булдыҡ.

Түгелмәһен, сабыйҙарҙың күҙ йәше!Түгелмәһен, сабыйҙарҙың күҙ йәше!
Түгелмәһен, сабыйҙарҙың күҙ йәше!

Сабыйҙар үлеме тетрәндерә

Социаль мәсьәләләр өҫтөндә эшләүҙең йүнәлештәре бик күп. Район хакимиәтендә эш башлағас, үҙем дә 4 бала үҫтергәс, ғаилә сәйәсәтен әүҙем алып барыуҙы өҫтөнлөклө йүнәлеш итеп ҡуйҙым. Беренсе эш көнөм 1 айлыҡ сабый үлеүе тураһындағы аяныслы хәбәрҙән башланды. Был фажиғә социаль яҡтан имен булмаған ғаиләлә булды. Һуңғы йылдарҙа районда вафат булған сабыйҙарҙың кемеһендер әсә кеше имеҙгәндә түше менән баҫып үлтергән, икенсеһендә сабыйҙы ваҡытында дауаламау һөҙөмтәһендә сире аҙып киткән, өсөнсөһөндә балалар карауаты булмай, бәпәйҙе ҡуша алып ятыу фажиғәгә килтергән. Әммә барыһы ла әсәй эскән ғаиләлә күҙәтелә. Шуға күрә, бындай ғаиләләр бөгөн айырым контролдә тотола. Тыуым әҙәйгән, төрлө патологиялар артҡан ваҡытта акушер-гинекологтар, педиатрҙар, фельдшерҙар былай ҙа һәр йөклө ҡатынды, сабыйҙы өф итеп кенә тора. Ә имен булмаған ғаиләлә тыуған сабыйҙы бигерәк тә социаль хеҙмәттәр менән берлектә ҡурсалау кәрәк. Ниндәйҙер һиҫкәндерерлек факт буйынса шунда уҡ оператив саралар күрелә: кәрәк икән фельдшер көн дә был өйгә бара, кәрәк икән-- карауаты табыла, иң мөһиме, баланың айыҡ мөхиттә булыу сараһы күрелә.

Әсәһе “гастролгә” сығып киткән

Әсә тигән исем йөрөткән ҡатын ике айлыҡ сабыйын, башҡа балаларын ташлап ҡайҙалыр сығып киткән. Дүрт көн буйына ҡарауһыҙ бәпәйҙең хәле бөткән, илай ҙа алмай. Опека, ҡурсалау һәм балаларҙы яҡлау бүлеге хеҙмәткәрҙәре менән бергәләп шул бәләкәсте үҙ ҡулдарымда тотоп, дауаханаға килтерҙем. Хәҙерге йәмғиәттәге бына ошондай ҡурҡыныс хәл менән күҙгә-күҙ осрашҡас, бындай ғаиләләрҙең ярҙамға мохтажлығын асыҡ тойҙом. Нимә тип кенә әйтһәң дә, ғаиләнең именлеге ҡатын-ҡыҙ ҡулында булыуын аңланым.

Бындай яҙа юлға һәр кеше төрлөсә баҫа. Кемдер иренең ярҙамы булмауынан йәки хыянатынан, икенселәр бала саҡтан ошондай йәшәү рәүешен күреп, үҙҙәре лә шуны дауам итә, өсөнсөләре еңел-елпе йәшәүҙән килә, йәшерен алкоголизм да бар. Илдәге системаға, социаль-иҡтисади хәлгә, идеология юҡлыҡҡа һылтанып ултырып булмай бында. Ысынлап та ярҙамға мохтаждар менән нимәлер эшләргә кәрәк. Был әсәйгә килгәндә, оҙаҡ һөйләшеүҙәрҙән һуң ул дауаланды, балаларын үҙе үҫтерә. Тик ошондай һөҙөмтәгә ирешеү был эштә ҡатнашыусыларҙың бик күп күңел көсө һурыла. Шулай булғас, аңларға кәрәк – ғаилә менән эшләүселәр миһырбанлы һәм энтузиаст кешеләр.

 

Интервьюның дауамын "Хәйбулла хәбәрҙәре" район гәзитенең 102-се һанында уҡығыҙ.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас