ЙӘМҒИӘТ
25 Декабрь 2021, 05:08

Йылдар имен килһен!

Уны күптәр республикабыҙҙың төп Ҡыш бабайы тип белә.

Йылдар имен килһен!Йылдар имен килһен!
Йылдар имен килһен!

Быйылғы һуңғы һанда “Йома ҡунағы” рубрикаһына әңгәмәсе итеп ни өсөн Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшевте саҡырыуыбыҙҙың сәбәбен, бәлки, ҡайһы берәүҙәр һиҙемләйҙер ҙә. Эйе, сөнки тап уны күптәр республикабыҙҙың төп Ҡыш бабайҙарының береһе тип белә һәм әңгәмәне лә Яңы йыл байрамы юҫығындағы һорауҙар менән башлап ебәрҙек.

– Хөрмәтулла Ғаззали улы, тәүге тапҡыр ҡасан, ҡайҙа Ҡыш бабай ролен уйнанығыҙ?

– Тәүге тапҡыр Ҡыш бабай булыуымдың йылын аныҡ ҡына әйтә алмайым. Хәйбулла райо­нының Таштуғай ауылы мәктә­бендә, VI-VII кластарҙа уҡығанда булды был хәл, тип иҫтә ҡалған. Мәктәбебеҙҙең Яңы йыл иртәлеге клубта үтә торғайны, сөнки уның фойеһы ҙур ғына ине. Унда шыршы ҡуйылып, матур итеп биҙәлә. Уҡытыусыбыҙ Менәүәрә апай Ильясова, үҙе шиғырҙар яҙып, сценарий төҙөй. Мине I кластан мәктәп сараларына йәлеп иттеләр, гел генә шиғыр һөйләй торғайным. Ҙур ғына текстарҙы, шиғырҙарҙы һис ҡыйынлыҡһыҙ ятлай инем. Ә Яңы йыл иртә­лектәрендә башта төрлө йәнлек – ҡуянмы, бүреме, төлкөмө булып уйнарға тура килде. Ә инде өлкән кластарҙа Ҡыш бабай ролен бирә башланылар.

 

– Ғөмүмән, ғүмере­геҙҙә нисә тапҡыр Ҡыш бабай булырға тура килде?

– Уның иҫәбен-һа­нын белеү мөмкин тү­гелдер инде. Ауыл мәктә­бендә өлкән кластарҙа, балалар баҡсаһында улдарым­дың иртәлектәрендә, артабан республика кимәлендәге сара­ларҙа – Башҡортостан Президен­тының һәм Башлығының шыршыларында Ҡыш бабай булып, кескәйҙәргә Яңы йыл тылсымы бүләк итергә насип булды. Яңылышмаһам, беҙҙә Президент шыршыһы тәүге тапҡыр 1997 йылдың декабрендә, йәғни 1998 йылды ҡаршы алғанда, уҙға­рылды. Хәҙерге “Башҡорт­остан” концерт залында үтте ул. Баш­ҡортостандың төрлө райондарынан 800 самаһы бала килде. Сараның режиссеры Петр Александрович Шеин булды. Сценарий Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәренә таянып яҙылғайны. Ҡыш бабай булып Башҡорт академия драма театры артисы Хәмит Шәмсет­динов уйнаны, ә мин уҡытыусы ролен башҡарҙым.

Тәүге Президент шыршыһы шуныһы менән дә иҫтәлекле булды: унда улдарым Айтуған менән Азамат та ҡатнашты, икеһенә лә роль бирҙеләр. Балаларҙы ул саҡтағы республика Президенты Мортаза Рәхимов та ҡотланы. Сценарий буйынса Айтуған, шыршы янына сығып, Президентҡа ҡу­рай бүләк итергә тейеш ине. Мортаза Ғөбәйҙулла улы тотто ла: “Ә һин үҙең ҡурай уйнай белә­һеңме?” – тип һораны. Бәхеткә күрә, улыма аҙыраҡ булһа ла өйрәткәйнем, юғалып ҡалманы, бер көй уйнап ишеттерҙе.

Артабан бындай саралар социаль йүнәлеш алып, Ватан ал­дындағы бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең, тәртип һаҡсыларының балалары, инвалид, етем балалар өсөн айырым ойошторола башланы. Һуңғы йылдарҙа теләге булған һәр бала, билет һатып алып, унда ҡатна­шыу мөмкинлегенә эйә булды. Шулай итеп, аҙна дауамында көнөнә икешәр-өсәр иртәлектәрҙә ҡатнашырға тура килде. Дөйөм алғанда, 2018 йылға тиклем, йәғни 20 йыл самаһы, Президент, хәҙер инде Башҡортостан Баш­лығы шыршыһында Ҡыш бабай булып, республика балаларына Яңы йыл кәйефе өләшкәнмен икән (йылмая – автор).

 

– Балаларығыҙ бәләкәй саҡта уларҙы ла Ҡыш бабай булып ҡот­лай инегеҙме? Ҡыш бабай­ҙың барлығына ышанып үҫтеләрме?

– Өлкән улым Айтуған Туҡай урамындағы балалар баҡсаһына йөрөнө. Икенсе улым Азаматты ла шул баҡсаға йөрөтөү мөмкин­леген юллап (таң менән ике баланы ике урынға алып барыу бик мәшәҡәтле эш бит инде), мөдиргә барҙым. Олораҡ йәштәге баш­ҡорт апайы һүҙемде йыҡманы – урын тапты. Бер мәл мөдир, миңә шылтыратып, Яңы йыл иртә­легендә Ҡыш бабай булыуымды һораны. Мәктәпте тамамлағандан һуң был ролдә сығыш яһағаным юҡ ине, театрҙа эшләй башлауыма ла дүрт йыл ғына самаһы. Шулай ҙа ярҙам ҡулы һуҙған кешенең үтенесен кире ҡаға алманым, артыҡ теләгем булмаһа ла, ризалаштым. Сценарий буйынса текст бирҙеләр. “Костюм бар, тик һеҙгә яраҡлы быйма юҡ, үҙегеҙ табығыҙ инде”, – тинеләр. Табаны көрәнерәк кейеҙ менән төпләнгән ҡара төҫтәге быймам бар ине – шуны кейҙем. Грим һалдым, һаҡал-мыйыҡ йәбеш­терҙем һәм өлкән улымдың иртә­леген башлап ебәрҙем. Бер мәл күрәм: улым бер аяғымдағы бый­маға, бер миңә ҡарай. Күҙҙәре ҙур асылған, аптырауы, балаларса үкенесе йө­ҙөнә сыҡҡан. Эйе, ул мине таныны ла кәйеф­һеҙ генә ситкәрәк барып ултырҙы, байрам барышында бейе­мәне лә, йырламаны ла. Шул хәлде иҫлә­һәм, баламдың мөғжи­зәгә, Ҡыш бабайға ышаныуын биш-алты йәшендә үк юҡ иттем, тип әле лә күңелемдән әсенеп алам. Ә бәләкәйе Азамат мине таныманы, рәхәтләнеп балалар ыңғайына һәләтен күрһәтте.

Ошо ваҡиға күңелемә ауыр тәьҫир иткәнгәме, өлкән улдарымды Ҡыш бабай булып ҡотла­маным. 90-сы йылдар ҡатмарлы ғына осор булды бит, шулай ҙа шыршы төбөнә хәлдән килгәнсә бүләктәр һала инек. Ә инде 2001 йылда кинйәбеҙ Арыҫлан тыуғас, ғаиләбеҙгә был традиция килеп инде. “Эшкә саҡырталар” тип ко­ридорға сығып, алдан әҙерләгән Ҡыш бабай костюмын кейеп, бүләктәр һалынған тоғомдо аҫып, ҡыңғырау төймәһенә баҫып килеп инәм. Бәләкәсебеҙ һәләттәрен күрһәтә, хат яҙып һораған бүләген алып ҡыуана. Һәр кемгә бүләк тапшырып, “быныһы – ата­йы­ғыҙ­ға” тип үҙемә лә ҡалдырып, хушлашып сығып китәм. Бер аҙҙан “ҡайтып” инһәм, ҡыуаныстан йөҙө балҡыған Арыҫлан: “Атай! Беҙгә Ҡыш бабай килде! Их, саҡ ҡына өлгөрмәнең!” – тип ҡаршы ала. “Эйе, лифттан сығып бара ине шул”, – тигән булам. Улыбыҙ үҫә төшкәс, мине танып ҡуймаһын тип, коллегаларымды Ҡыш бабай итеп саҡыра башланым. Шулай итеп, Арыҫланыбыҙ V-VI клас­тарға тиклем Яңы йыл мөғжизә­һенә ышанып йәшәне.

 

– Үҙегеҙ бала саҡта Ҡыш ба­бай­ға ышандығыҙмы? Шыршы байрамына кем, нимә булып кейенеп барыуығыҙ иҫтә ҡалған?

– Беҙ бала саҡта атай-әсәйҙәр ҙә, үҙебеҙ ҙә Яңы йылды әлеге ише ҙур, шау-шыулы байрам тип ҡабул итмәнек, Ҡыш бабайҙан бүләк һорау ҙа булманы. Уны мәктәптәге иртәлектә генә билдәләй инек. Әлбиттә, кәнфит ҡағыҙҙарынан уйынсыҡ эшләп, класс бүлмәһен дә, апайымдар менән өйҙө лә биҙәй торғайныҡ. Мин, әле әйткәнемсә, башланғыс кластан уҡ мәктәп иртәлегенең сценарийында ҡатнаштым һәм шуға ярашлы берәй йәнлек булып кейендем. Иң иҫтә ҡалғаны – III класта төлкө булып уйнауым. Әсәйем, марляны ҡыҙғылт төҫкә буяп, костюм текте, тик иң кәрәкле әйбер – ҡойроҡ юҡ. Өйҙәгеләр ҡағыҙҙан эшләйек тиһә лә, риза булмай, күршелә йәшәгән һунарсы Ғәле ағайға киттем.

Ағай бер аҙ ҡыҙмаса булып алған, кәйефе шәп. Йомошомдо әйткәс: “Ана гараж янында кисә алған ике төлкө ята, береһенең ҡойроғон ал!” – тине. Балта менән сабып, ялтырап торған ҡойроҡто тотоп, осоп тигәндәй ҡайтып киттем. Иртәгәһенә байрамда бөтә балаларҙың күҙе минең ҡой­роҡта, барыһының да тотоп ҡарағыһы килә! Шыршы тирәләй йүгереп йөрөп, дәртләнеп уйнаным. Ҡайтҡас та, шатлығым менән уртаҡлашырға тип, Ғәле ағайҙарға киттем. Барһам, ағайым кемделер яман итеп әрләй. “Нимә булды?” – тип һорайым ипләп кенә. “Бына ҡайһылыр йүнһеҙе төлкөмдөң ҡойроғон сабып алып киткән”, – тип һүгә генә был. Ҡаушауҙанмы, ҡурҡыуҙанмы, “уны бит миңә үҙегеҙ алырға рөхсәт иттегеҙ” тип әйтә алманым инде...

Быйыл, бик күп йылдар үткәс, тыуған ауылымда, “Таштуғайҙың ике батыры” исемле китаптың исем туйы мәлендә, ошо ваҡи­ғаны сәхнәнән һөйләп, Ғәле ағайҙан ғәфү үтендем. “Бала сағымда уҡ сәхнәнең илаһи­лығын, тылсым көсөн тойорға һеҙ биргән төлкө ҡойроғо ла ярҙам итте”, – тип рәхмәтемде белдерҙем.

 

– Яңы йылды, ғәҙәттә, ҡайҙа, нисек ҡаршы алаһығыҙ? Ғаилә традициялары бармы?

– Яңы йыл беҙҙең өсөн һәр ваҡыт ғаилә байрамы булды. Хәҙер инде Айтуған менән Азамат улдарыбыҙ үҙ ғаиләһен ҡорған, өс ейәнсәребеҙ үҫеп килә. Улар бәләкәйерәк саҡта мотлаҡ үҙем Ҡыш бабай булып ҡотлай инем, һуңғы йылдарҙа коллегаларымды саҡырыуҙы хуп күрәм.

Әйтеп үтеүемсә, байрамда мотлаҡ бергә, йәғни беҙҙең өйҙә йыйылабыҙ. Һуңғы биш-алты йылда ҡыҙыҡлы ғына бер тра­дицияға нигеҙ һалдыҡ: ейәнсәр­ҙәр өсөн башҡортса әкиәт ҡуябыҙ. Уның сюжетын, сценарийын үҙем төҙөйөм, ролдәр бүлеп бирәм. Был эштә, айырыуса спек­так­лебеҙҙе музыкаль яҡтан биҙәүҙә, тормош юлдашым Ләлә Ишмырҙа ҡыҙы ла ҙур ярҙам күрһәтә, сөнки ул – оҙаҡ йылдар балалар баҡсаһында эшләгән кеше. Улдарым да, килендәрем дә мотлаҡ ҡатнаша. Ейәнсәрҙәргә шул тиклем оҡшай, ҡыҙыҡлы урындарҙа көлөп, ҡайһы бер мәлдәрҙә геройҙар өсөн борсолоп, бирелеп китеп тамаша ҡылалар. Артабан улар үҙҙәренең һәләтен күрһәтә.

Улдарымдың өсөһө лә баш­ҡорт телендә таҙа һөйләшеп үҫте, Өфө ҡалаһының 20-се башҡорт мәктәбен тамамланы, йәйге кани­кулын ауылда үткәрҙе. Ә бына ейәнсәрҙәрҙә телде белеү йәһә­тенән бер аҙ ҡытыршылыҡтар бар, шуға күрә беҙ уларҙы ошолай уйын алымында телебеҙгә ылыҡ­тырабыҙ, башҡортса шиғыр­ҙар, йырҙар өйрәнеүен хуп­лайбыҙ.

 

– “Башҡортостан” гәзитен уҡыусыларға республи­кабыҙ­ҙың төп Ҡыш бабайҙарының береһенән теләктәр...

– “Башҡортостан” гәзитен уҡыусыларға иң изге, иң матур теләктәремде юллайым. 2022 йылда изге хыялдарығыҙ тор­мош­ҡа ашһын, алдығыҙға ҙур маҡсаттар ҡуйып, шуларға өлгә­шергә яҙһын, һәр көнөгөҙ шатлыҡ-ҡыуанысҡа бай булһын! Йыл артынан йыл үтеп торһон, яҡындарыбыҙ, дуҫтар, туғандар имен йәшәһен, сир-зәхмәттәр ҡағылмаһын! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, бәхетле, мөхәббәтле ғүмер теләйем!

 

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА әңгәмәләште.

https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2021-12-24/yyldar-imen-kil-en-2633760

Йылдар имен килһен!
Йылдар имен килһен!
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас