ЙӘМҒИӘТ
25 Декабрь 2021, 09:40

Ярты быуат бергә – үҙе ҙур бәхет

Оло Арыҫланғол ауылынан Рәшит һәм Рима Искәнйәровтар алтын туйҙарын билдәйләйҙәр

Ярты быуат бергә – үҙе ҙур бәхетЯрты быуат бергә – үҙе ҙур бәхет
Ярты быуат бергә – үҙе ҙур бәхет

Оло Арыҫланғолда ауыл халҡының сходы үтте. Унда янғын хәуефһеҙлеге, урамдарҙы яҡтыртыу, юлдар мәсьәләһе, ҡарауһыҙ йөрөгән йорт хайуандары, яңы йыл байрамдарын бәлә-ҡазаһыҙ үткәреу тураһында һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Участка полицияһы Р.В.Ҡолбулдин тәртип һаҡлау, үткән йылға анализ менән сығыш яһаны.

Йыйылыш һуңында ауылдың иң оҙаҡ бергә йәшәгән ғаилә пары Рәшит һәм Рима Искәнйәровтарға бергә йәшәуҙәренә 50 йыл тулыу айҡанлы Республика Башлығы Р.Ф.Хәбировтың ҡотлау хаты һәм бүләге тапшырылды.

Автор:Әбеш ауыл Советы
Читайте нас