

Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, кисә дәүләт башлығы Владимир Путиндың йыллыҡ матбуғат конференцияһы булды. Унда Президентҡа беҙҙең журналист һорау бирҙе, ул Өфөнөң 2024 йылда үткәреләсәк 450 йыллыҡ юбилейына арналғайны. Владимир Владимирович байрамды үткәреүҙә федераль үҙәк ярҙам итәсәк, тине.
Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты.
“Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына Президент указы менән әленән федераль статус бирелде, федераль кимәлдә ойоштороу комитеты бар. Бының өсөн Владимир Владимировичҡа ҙур рәхмәт, сөнки был байрамға ҙур статус бирә. Шуны һыҙыҡ өҫтөнә алам, был юбилей дөйөм федераль сараға әйләнә. Президенттың быйыл августа беҙгә килгән сағында ла проекттарға ярҙам тураһында һөйләшкәйнек. Президент ҡарарҙарҙы тиҙ ҡабул итә. Беҙ 2024 йылға Көрәш һарайы төҙөйәсәкбеҙ һәм унда әленән федераль кимәлдә берлектә финанслау ҡаралған, ул – 1,1 миллиард һум. Беҙ иҫәп тотҡан юбилей объекттарының бөтәһе буйынса ла ярҙам буласаҡ. Президент һәм Рәсәй Хөкүмәте ярҙамы менән беҙ Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейын лайыҡлы ҡаршы алырбыҙ тип ышанам”, – тине Радий Хәбиров.
Шулай уҡ ул Башҡортостандың баш ҡалаһында хоккей буйынса донъя чемпионаты үткәреү мөмкинлеге тураһында ла фекерен әйтте.
“Әлбиттә, был бик шәп. Беҙ Башҡортостанға мөмкин булғанса күберәк сараларҙы йәлеп итергә тырышабыҙ – спорт, мәҙәни һәм башҡа. Хоккей буйынса беҙҙең Зорге урамындағы иҫке Хоккей һарайын төҙөкләндереү буйынса идеялар бар. Был мәсьәләне хәл иткәс, минеңсә, заявка ебәреү йәһәтенән үҙебеҙҙе ышаныслыраҡ тойор инек. Беҙҙә “Өфө-арена” бар һәм ул ысынлап та иң яҡшы боҙ һарайҙарының береһе. Идея һәйбәт. Журналист һорау биреп, һәм Президент уны кире ҡаҡмағас, беҙгә артабан эшләргә кәрәк”, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.