ЙӘМҒИӘТ
24 Декабрь 2021, 15:10

Почетлы исем, фатир асҡыстары, сертификаттар кемгә бирелде?

Башҡортостан Конституцияһы көнө айҡанлы тантаналы сара үтте

Почетлы исем, фатир асҡыстары, сертификаттар кемгә бирелде?Почетлы исем, фатир асҡыстары, сертификаттар кемгә бирелде?
Почетлы исем, фатир асҡыстары, сертификаттар кемгә бирелде?

Дәүләт байрамының рәсми өлөшөнән һуң, ҡотлауҙар тантанаһы үтте.

Башҡортостан Башлығы указы менән урман хужалығын үҫтереүҙәге күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн  Баязит Солтанғужинға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы” исеме бирелде. Районда урман янғындарын һүндереүҙә әүҙем ҡатнашҡан Ильмир Хунафинға урман хужалығы министрлығының Рәхмәт хаты тапшырылды.

Район мәҙәниәт йортоноң халыҡ ижады буйынса методисы Минзифа Ишемғолова урман янғындарын һүндереүҙә әүҙемлеге һәм актив гражданлыҡ позицияһы өсөн  Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Й.Иҫәнбаев исемендәге Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбенең вокал класы буйынса педагогы Гөлназ Иманова һөнәри оҫталығы һәм ижади уңыштары өсөн муниципаль район хакимиәтенең Почет грамотаһына лайыҡ булды.

Сәхнә түренә күтәрелгән абруйлы оло быуын вәкилдәре, Рәүил һәм Рәйсә Ғүмәровтар “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнде. Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Рифат Күскилдинға  быйыл республикала мәҙәниәт өлкәһендәге йәш белгестәргә  ярҙам маҡсатында эшләй башлаған программа сиктәрендә 500 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды.

Ә бына ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған Рәзилә Рәимова һәм Сергей Самыгин өсөн  Башҡортостан Конституцияһы көнө айырыуса иҫтәлекле булды. Улар ҡыуанып, фатир асҡыстарын ҡабул итте.

Сығанаҡ: 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас