

Хәйбуллалар өсөн ысын мәғәнәһендә ҡатмарлы, төрлө һынауҙар ҡуйған йылдың һөҙөмтәләрен нисек баһалайбыҙ? Киләһе йылға ниндәй маҡсаттар, бурыстар ҡуябыҙ? Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.
–Рөстәм Динислам улы, быйыл ниндәй мәсьәләләргә, йүнәлештәргә күберәк өҫтөнлөк бирелде?
–Йылдағыса социаль объекттар төҙөлөшөнә һәм ремонтлауға айырыуса ҙур иғтибар бирелде. Мәғариф, мәҙәниәт һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе объекттарында күп эштәр башҡарылды, уларҙың ҡайһылары әле лә дауам итә. Бының өсөн төрлө федераль һәм республика программалары сиктәрендә районға финанс ярҙам бүленде. Миҫал өсөн, быйыл сағыштырмаса ҙур күләмдә юлдарға асфальт, ҡырсынташ түшәлде, Аҡъяр һәм Ивановка ауылдарында урамдарҙа яҡтыртҡыстар яңыртылды һәм башҡалар. Төҙөлөш материалдарына хаҡтар артыуына бәйле, күп кенә проекттарҙың, объекттар төҙөлөшөнөң хаҡы ла артты һәм улар бер осор туҡтап ҡалды. Уларҙы йәнләндереү күп көс талап итте. Оҙайлы һөйләшеүҙәр алып барып, төрлө инстанцияларҙың ишеген ҡаға торғас, ниһайәт, боҙ урынынан ҡуҙғалды һәм бөгөнгө көндә район үҙәгендә мәктәп, бассейн төҙөлөштәре йәнә тергеҙелде. Бүребайҙа физкультура-һауыҡтырыу комплексын төҙөү аҙағына яҡынлаша, ошо уҡ ауылда таҙартыу ҡоролмаларын ҡороу артабан да дауам итәсәк. Сиҙәм ауылы халҡы тулыһынса һыу менән тәьмин ителһә, Маҡан һәм башҡа тораҡ пункттарҙа был йүнәлештә эш дауам итәсәк.
–2021 йыл башҡаларҙан нимәһе менән айырыла?
–Ысынлап та, быйыл еңелдән булманы. Шулай ҙа быға үпкәләргә ярамай, һәр йылдың уңышлы яҡтары ла бар, ауырлыҡтары ла етерлек була. Тәү сиратта 2021 йыл үҙенең күп төрлөлөгө менән хәтерҙә ҡаласаҡ. Йыл башында көслө бурандарҙан һуң ауылдарҙы ҡар ҡамауынан асыу мәсьәләһе ҡалҡты, бының өсөн махсус ауыр техника йәлеп ителде. Сөнки урыны менән бер нисә метр бейеклеккә барып еткән юлдарҙағы ҡар һырынтылары, температураның тиҙ арала үҙгәреүенә бәйле ҡаты “стенаға” әүерелде. Яҙ еткәс, ауыл хужалығы эшсәндәре сәсеү эштәрен уңышлы тамамлап, уңыштың яҡшы булырына өмөт итте. Әммә, мәғлүм булыуынса, орлоҡто ергә сәсеүҙән һуң бер тамсы ла ямғыр яуманы, һөҙөмтәлә Хәйбуллала көслө ҡоролоҡ күҙәтелде. Ул хатта районда үҫемселекте юҡ итеү ҡурҡынысы менән янаны. Быйыл йыйылған уңыш яҙ сәскән орлоҡтоң да хаҡын ҡапламай, шуға күрә район һәм республика етәкселеге ауыл эшсәндәренә орлоҡ һатып алыу, кредиттарын түләү буйынса ташламалар йә иһә уны ҡайтарыу ваҡытын бер аҙ кисектереү өсөн субсидиялар бүлеү буйынса эш алып барыла. Ҡоролоҡтан зыян күргән шәхси ихаталарҙа мал тотоусыларға ла бер ни тиклем дәүләт ярҙамы күрһәтелде.
–«Утлы» август та тәрән тәьҫораттар ҡалдырҙы...
–Билдәле булыуынса, август айы дауамында районда урман янғындарына ҡаршы көрәш барҙы. Оло йәштәгеләр һөйләүенсә, бер үк ваҡытта бер нисә урында ҡупҡан һәм ҙур майҙанды ялмап алған бындай тәбиғи афәт беҙҙә булғаны юҡ. Ғәмәлдә урман янғындары район халҡының берҙәмлеге һәм уртаҡ көсө, республика етәкселегенең ярҙамы менән генә тулыһынса һүндерелде. Шулай уҡ райондың сәнәғәт предприятиеларының ғәйәт ҙур ярҙамы булды, уларҙың ҡеүәтле техникаһы һәм хеҙмәткәрҙәре лә “ҡыҙыл әтәс”те ауыҙлыҡлауға үҙ өлөшөн индерҙе. Урындағы халыҡтың үҙ ере, тауы-урманы, һәр ағасы, тыуған төйәге өсөн йөрәге янып, уны һаҡлауҙа, ҡотҡарып ҡалыуҙа бар яҡлап ярҙам итеүе, хатта ғүмерен бирергә әҙер булыуы һоҡландырҙы! Барыһы ла берҙәм, уртаҡ маҡсат һәм уй-ниәт менән тыуған тәбиғәтте уттан һаҡлау өсөн ҡалҡандай күтәрелде. Барлыҡ көстәрен һалып, төрлө ауырлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, бәләне еңеп сыҡтыҡ.
–Коронавирусҡа ҡаршы көрәш әле лә туҡтамай...
–Бына инде ике йыл дауамында ковид менән көрәш темаһы көнүҙәк булып ҡала. Айырыуса яҙ һәм көҙ миҙгелендә яңы коронавирус менән сирләүселәр һанының ҡырҡа артыуы күҙәтелде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл мәкерле сирҙән һәм уның эҙемтәләренән вафат булыусылар иҫәбе лә күбәйҙе. Шуға күрә мөһим мәсьәләләрҙең береһе – вакцинация ярҙамында коллектив иммунитет булдырыу. Район халҡының күбеһе быны аңлап ҡабул итте, әммә артабан ошо юҫыҡта аңлатыу эшен дауам итеү мөһим.
–Мөһим ижтимағи-сәйәси кампаниялар нисек үтте?
–Быйыл бер нисә тапҡыр күсерелгән мөһим сара – Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы районда яҡшы кимәлдә ойошторолдо. Бының өсөн алдан уҡ әҙерлек эштәре алып барылды. Сентябрҙә үткән тауыш биреүҙәрҙә хәйбуллалар ҙур әүҙемлек күрһәтте. Һайлауҙар тыныс үтте, улар барышында хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса күп һанлы ялыуҙар булманы.
–Киләһе йылға ниндәй маҡсаттар, бурыстар ҡуяһығыҙ?
–2022 йылда район үҙәгендә мәктәп, бассейн, Бүребайҙа физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөштәрен тамамларға ниәтләйбеҙ. Бынан башҡа мәғариф объекттарын, шул иҫәптән Маҡан һәм Өфө ауылдары мәктәптәрен ремонтлауҙы башларға планлаштырабыҙ. Шулай уҡ Аҡъяр, Маҡан, Яңы Ергән һәм башҡа ауылдарҙа халыҡты һыу менән тәьминәт мәсьәләһен хәл итеү мөһим. Әһәмиәтле бурыстар иҫәбенә ауыл хужалығын, тау сәнәғәте үҫешенә булышлыҡ итеү инә. Ауылдарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттары, мәҙәниәт йорттарын, күперҙәр төҙөү мәсьәләләре ҡараласаҡ. Киләһе йылдарҙа ла юлдарға, ауыл урамдарына асфальт һалыу, яҡтыртҡыстар ҡуйыу, электр, тәбиғи газ, мобиль элемтә үткәреү буйынса эштәр дауам итәсәк. Ағас ултыртыу, урмандарҙы тергеҙеү көнүҙәк булып ҡала.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!