

Был рецепт буйынса иртәнге ашты кис үк әҙерләп ҡуябыҙ.
Бының өсөн беҙгә: 5-7 кипкән ҡара емеш (чернослив), ике ҡалаҡ геркулес , бер стакан майһыҙ кефир, бер ҡалаҡ етен майы, бер балғалаҡ какао порошогы.
Әҙерләү: ҡара емеш 10-15 минутка ҡайнар һыуға һалып торабыҙ. Какао, етен майын һәм геркулесты айырым һауытта бергә ҡушып бутайбыҙ. Шунда уҡ кефирҙы ҡушабыҙ. Хәҙер ебегән ҡара емеште алып, турап ҡушабыҙ. Бөтә ингредиенттарҙы бергә бутап, төнгөлөккә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Иртәнгә туҡлыҡлы һәм файҙалы ризыҡ әҙер.
Фото: https://vk.com/avulselo