

Бөгөн Президенттың Ҙур матбуғат конференцияһы уҙғарыла. Уны төп телеканалдар тура эфирҙа күрһәтә. Сәйәсәт белгестәре фекеренсә, Владимир Путинға башлыса коронавирус менән көрәш, иҡтисади проблемалар, яңы һайланған парламент эшмәкәрлеге буйынса һорауҙар бирелә. Мәскәүгә 500 журналист саҡырылған. Улар араһында беҙҙең республиканан да хәбәрселәр бар. Владимир Путиндың быйылғы матбуғат конференцияһы 14 сәғәттә башлана, ул иҫәп буйынса 17-сеһе була. Дәүләт башлығы 2001 йылдан журналистар менән осраша. Былтырғы сара 4 сәғәт ярым барҙы, Владимир Путин 60 һорауға яуап бирҙе.
https://vk.com/bstnews