ЙӘМҒИӘТ
22 Декабрь 2021, 07:12

Әсәлек капиталы ҡасан артасаҡ?

..

Әсәлек капиталы ҡасан артасаҡ?Әсәлек капиталы ҡасан артасаҡ?
Әсәлек капиталы ҡасан артасаҡ?

21 декабрҙә Президент Владимир Путин ҡул ҡуйған яңы ҡанун хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡты. Уның буйынса 2022 йылдан башлап Әсәлек капиталы йыл һайын 1 февралдә яңынан индексацияланасаҡ. 

 
 
Әсәлек капиталы ҡасан артасаҡ?

Бынан һуң Әсәлек капиталы үткән йылда халыҡ ҡулланылыуы тауарҙарына хаҡтың нисек артыуына туранан-тура бәйле үҙгәртеләсәк, бығаса инфляцияны фаразлап арттырыла ине. Шулай итеп, киләһе йылда Әсәлек капиталы 1 ғинуарҙан түгел, ә 1 февралдән һуң артасаҡ.

Әйткәндәй, Рәсәйҙә 2020 йылда ғаиләлә беренсе бала тыуғас та сертификат бирелә башлағайны. Әлеге ваҡытта тәүге бәпескә - 483,8 мең һумлыҡ, икенсеһенә 639,4 мең һумлыҡ сертификат тапшырыла. 

Фото: yamal-media.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Автор:
Читайте нас