

Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк бүлексәһендә балалар теләктәре яҙылған яңы йыл ағасы ҡуйылған. Башҡортостан Башлығы дүрт теләк яҙылған уйынсыҡты алды. Шишмә районынан 11 йәшлек Евгений Буданов – велосипед, Өфөнән 8 йәшлек Нияз Ҡәйүмов – квадрокоптер тураһында хыяллана, 15 йәшлек Данил Ларуков поезы машинисы булырға, Ейәнсуранан 11 йәшлек Элина Ямағолова Өфө ипподромында һыбай йөрөү буйынса оҫталыҡ дәресе алырға теләй. Радий Хәбиров әйтеүенсә, балаларҙың бөтә теләктәре мотлаҡ тормошҡа ашырыла.