

Һуғымды һуңыраҡ, ҡар ятып, ныҡлы һыуыҡтар башланғас, ноябрь аҙаҡтарында, декабрь баштарында һуялар.
Һуғымды һуйып, эсәк-ҡарындарын эшкәртеп, бешкәкләгәндән һуң тултырма эшләйҙәр.
Боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеп, Степной ауылында Ҡоланбавтарҙың йортонда ауылдың бер нисә ағинәйе тултырма эшләргә йыйылдылар. "Һуғым байрамы: тултырма эшләү серҙәре" менән Фәнүзә Тулыбаева таныштыра.
Тултырманы заманса ит турағыстан үткәреп, боронғоса балта менән үпкә-бауырҙы, итте сабып әҙерләгәс, эсәктәргә тултырып эшләп күрһәтәләр.
Бешеп әҙер булған ит, тултырманы өй хужаһы өлөштәргә бүлеп, өмәлә ҡатнашҡан һәм саҡырылған ҡунаҡтарға өҫтәл артында таратып сыға. Табын артында аштан ауыҙ иткәс, һәр береһенә элеккесә һалма һоғондороп, һуңында һурпанан ауыҙ иттерҙе ағинәйҙәр.
Сәй табынынан һуң, ҡунаҡтар өй хужаларына рәхмәттәрен әйтеп, матур теләктәр еткереп, фатихаларын биреп киләһе йылдарҙа ла һуғым ашында бергә-бергә осрашыуҙы теләп таралыштылар.
#Трезвоесело2021 #Айыҡауыл2021 #Хайбуллинскийрайон
#Всемирныйкурултайбашкир
#Ҡоролтай