ЙӘМҒИӘТ
21 Декабрь 2021, 06:17

Буранда ҡамалып ҡалғандар

-

Буранда ҡамалып ҡалғандарБуранда ҡамалып ҡалғандар
Буранда ҡамалып ҡалғандар

Һуңғы ике көндә һауа торошоноң үтә тотороҡһоҙ булыуы сәбәпле, Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәте юлға сыҡҡанда үтә һаҡ булырға тәҡдим итә.

Ғаилә Hyundai Solaris машинаһында Көйөргәҙе районы Ялсыҡай ауылына ҡайтып етә алмай юлда бата. Салонда ата-әсә менән 2017 һәм 2020 йылғы балалар ҙа була. Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы хеҙмәткәрҙәре ғаиләгә ярҙамға килә – батҡан машинаны сығаралар һәм ғаиләне ауылға тиклем оҙатып ҡуялар.

Шундай уҡ хәл ошо райондың Таймас ауылында йәшәгән өс кеше менән дә була. Улар ВАЗ-2111 автомобилендә буранда ҡамалып ҡала. Ярҙамға ҡотҡарыусылар килә.

Автор:Рәсүл Байгилдин.
Автор:
Читайте нас