ЙӘМҒИӘТ
20 Декабрь 2021, 10:37

Быҫҡып ятҡан тәмәке кескәй ҡыҙҙың үлеменә сәбәпсе булған

-

Быҫҡып ятҡан тәмәке кескәй ҡыҙҙың үлеменә сәбәпсе булғанБыҫҡып ятҡан тәмәке кескәй ҡыҙҙың үлеменә сәбәпсе булған
Быҫҡып ятҡан тәмәке кескәй ҡыҙҙың үлеменә сәбәпсе булған

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 сентябрҙә Салауат ҡалаһында биш ҡатлы йорттағы фатирҙа янғын сыҡҡайны. Сәбәбе - фатир хужаһы ташлап киткән тәмәке төпсөгө.

45 йәшлек ир үҙе фатирҙан сығып киткән. Янғын башланған, ике бала яныу продукттары менән ағыуланып, дауаханаға эләкән. 17 йәшлек ҡыҙыҡайҙың һаулығына ҙур зыян килгән, ә уның 4 йәшлек һеңлеһе реанимацияла үлгән.

Билдәле булыуынса, ут ялмап алған йорттан 27 өлкән кеше һәм 3 бала эвакуацияланған. Янғын сыҡҡан фатирҙан өҫтәге ҡатта йәшәгән 2 өлкән кеше һәм 1 бала зыян күргән, бер ҡатын һөрөмдән ағыуланған.

Ир үҙ ғәйебен таныған. Енәйәт эше судҡа ебәрелгән.

 

Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар

Автор:
Читайте нас