

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министры, полиция генерал-майоры Роман Деевтың ҡарары буйынса, кеше ғүмерен ҡотҡарыуға ташланған батыр - Иглин районынан 29 йәшлек Марат Залыковҡа Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Почет грамотаһы тапшырылды. Ошо көндәрҙә уны республиканың ЮХХДИ идаралығы ла бүләкләне.
Мәғлүм булыуынса, 29 сентябрҙә киске сәғәт 11-ҙә Өфөнөң Ағалы-ҡустылы Кадомцевтар урамында такси логотибы булған “Лада Веста” һәм “Kia Optima” автомобилдәре ҡатнашлығында авария була. Мөнәсәбәттәрҙе асыҡлаған саҡта “Лада Веста”ның 42 йәшлек водителе менән уның 38 йәшлек пассажиры сит ил машинаһы хужаһына һөжүм итә, таксист бысаҡ менән сәнсә.
Был хәлдең шаһиты булған Марат Залыков ярҙамға ташлана, әммә таксист уның үҙен дә яралай. Ваҡиға урынына килгән тәфтиш-оператив төркөм “Лада Веста”ның водителен һәм пассажирын ҡулға ала. Зыян күргәндәр дауаханаға оҙатыла.
Асыҡланыуынса, енәйәт ҡылған ир автомобилдә иҫерек килеш йөрөп ятҡан. Шулай уҡ уның - “һаулыҡҡа зыян килтереп, үлтереү менән янау”, ә пассажирының “башбаштаҡлыҡ”, “наркотик матдәләрҙе законһыҙ алыу, һаҡлау, ташыу, әҙерләү, эшкәртеү”, “талау” статьялары буйынса быға тиклем хөкөм ителгәнлеге асыҡланған.
“Kia Optima” рулендә ҡаланың юл-патруль хеҙмәткәре, полиция лейтенанты булған. 28 йәшлек ир ял ваҡытында махсус кейемен кеймәгән.
Әлеге ваҡытта 42 йәшлек Өфө кешеһенә енәйәт эше ҡуҙғатылған, уны һаҡ аҫтына алғандар. Уға иркенән мәхрүм ителеү янай.
Эскән килеш рулгә ултырырға ярамағанлығын белә тороп та, законды инҡар итеүселәр кәмемәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай күңелһеҙ хәлдәр ҙә уларҙы туҡтатмай, уйландырмай. Хәҙер "ҡыйыу" егет бик үкенәлер ҙә, әммә бик һуңлап...
Фото: Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы.
Автор:Рәмилә Мусина.
https://bashgazet.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/2021-12-17/bik-ken-ler-mm-2625088