

Башҡорт дәүләт педагогия университетының 5-се курс студенты, Байғусҡар ауылы гүзәле Наҙгөл Хәбибуллина Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендияға лайыҡ булыуы айҡанлы ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Бәләкәйҙән ныҡышмал, тырыш ҡыҙ бөгөнгө көндә лә университет тормошонда ҡайнап йәшәй, республика кимәлендә генә түгел, халыҡ-ара конкурс, конференцияларҙа йыл һайын әүҙем ҡатнаша һәм юғары һөҙөмтәләргә ирешә.
Афарин, Наҙгөл! Киләсәктә имен-һау уҡыуыңды тамамлап, ҡулыңа диплом алып, үҙ һөнәреңдең оҫтаһы булып танылыу яуларға яҙһын һиңә!!! Артабан да ҙур уңыштарға өлгәш!