ЙӘМҒИӘТ
17 Декабрь 2021, 14:36

Юбилейың, менән Флүрә Ҡәйүм ҡыҙы!

Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов педагогия хеҙмәте ветеранын 90 йәше менән ҡотланы

Юбилейың, менән Флүрә Ҡәйүм ҡыҙы!Юбилейың, менән Флүрә Ҡәйүм ҡыҙы!
Юбилейың, менән Флүрә Ҡәйүм ҡыҙы!

40-сы йылдар башында ҡыш үтә һыуыҡ булды тиҙәр ул йылдар шаһиттары. 1941 йылдың һалҡын декабре Флүрә Ҡәйүм ҡыҙының хәтерендә   мәңгелеккә уйылып ҡала. Ул әсәһе менән бергә атаһын фронтҡа оҙата. Ул ваҡытта ҡыҙыҡайға 12 йәш була. Ул саҡта Флүрә  атаһын  башҡа бер ҡасан да күрә алмаясағын белмәй әле.

1943 йылдың 10 ноябрендә Ҡәйүм Әхмәтшин батырҙарса һәләк була, үлгәндән һуң уға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Рөстәм Динислам улының Бәйләнештә төркөмөндәге сәхифәһендә яҙыуынса, ул быйыл көҙ Мәскәүҙә булғанда Еңеү мемориалында  Геройҙар исеме араһында Флүрә Ҡәйүм ҡыҙының атаһының исемен дә күрә.

“Бөгөн минең өсөн  юбилярҙы 90 йәше менән ҡотлау икеләтә ҡыуаныслы.  Хеҙмәт ветераны,   тәжрибәле педагог Флүрә Ҡәйүм ҡыҙы ире  Фәттәх менән 4 бала тәрбиәләп үҫтергән. Ул бихисап ейән-ейәнсәрҙәре өсөн һөйөклө ҡартәсәй. Бүлә-бүләсәрҙәре үҫә.

Бына шулай, хеҙмәт ветераны, тәжрибәле педагог Флүрә Ҡәйүм ҡыҙы Аралбаева туҡһан йәшен билдәй.  Бөгөн балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең иғтибарына төрөнөп бәхетле ҡартлыҡ кисерә ул. Юбилярҙы ихлас күңелдән ошо күркәм ваҡиғаһы менән ҡотлайым”, --тип яҙа Рөстәм Динислам улы.

https://vk.com/id516529973

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас