ЙӘМҒИӘТ
16 Декабрь 2021, 06:52

Юл фажиғәһендә ике кеше һәләк булған

-

Юл фажиғәһендә ике кеше һәләк булғанЮл фажиғәһендә ике кеше һәләк булған
Юл фажиғәһендә ике кеше һәләк булған

16 декабрь төнөндә Дүртөйлө-Нефтекама автомобиль юлының 25-се саҡрымында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

Дүртөйлө районы Әңгәсәк ауылында 51 йәшлек Өфө кешеһе идара иткән «ГАЗ» йөк машинаһы менән ҡаршыға килгән Renault Fluence машинаһы бәрелешкән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ матбуғат хеҙмәтенән.

Си ил автомобиленең 28 йәшлек водителе һәм уның пассажиры — 28 йәшлек ҡыҙ авария урынында үлгән. Икенсе водитель дауаханаға оҙатылған.

 

Сығанаҡ: Башинформ.

Фото:Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте

Автор:
Читайте нас